Бөтәһе лә ғаиләнән башлана
– Зариф Закир улы, Дәүләт Думаһында ғаиләләге йәберләүгә ҡаршы көрәшеүҙе маҡсат итеп ҡуйған закон проекты әҙерләнеүе тураһында барыбыҙға ла мәғлүм. Уның зарурлығы ниҙән барлыҡҡа килде һәм ниндәй көрәште күҙ уңында тота?
– Был закон проектын яҡшы танышым – журналист Оксана Пушкина тәҡдим иткәйне. “Һеҙҙең тәжрибә ҙур, шул иҫәптән – судья булып эшләүегеҙ буйынса ла, әйҙәгеҙ, проектты бергәләп әҙерләйек әле”, – тип тәҡдим итте ул миңә. Документты эшләү буйынса беҙ күп тапҡыр йыйылыштыҡ, уны камиллаштырҙыҡ. Ниндәй кимәлдә уның йоғонтоһо тейешенсә булырын асыҡларға тырыштыҡ.
Был закон ни өсөн кәрәк? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо киҫкен хәл тураһында һөйләргә яратмайҙар, ләкин ул көнүҙәк – ҡатын-ҡыҙҙың, мәҫәлән, уртаса 25 проценты үҙ йортонда ире яғынан ҡыйырһытылыуға дусар ителә. Әйткәндәй, был күрһәткес аныҡ һәм бер төрлө түгел: ҡайҙалыр 20 процент тип күрһәтәләр, ҡайҙалыр – 30 процент. Ни өсөн икәне аңлашыла – бик йыш ҡына ғаиләләге ыҙғышты йәшереп ҡалдырырға тырышалар. Шуға күрә күпселек осраҡта ғәйепле кешегә яза бирелеүе – һирәк осраған хәл. Полиция хеҙмәткәрҙәре лә, ҡағиҙә булараҡ, бындай янъялға ҡыҫылып бармай, “Үҙ ғаиләгеҙҙә үҙегеҙ хәл итегеҙ”, тип кенә ҡуялар. Шул сәбәпле ҡатын-ҡыҙ ҙа полицияға мөрәжәғәт итмәй тиерлек, бала-сағаһы хаҡына түҙеп йәшәүен дауам итә.
Хәйер, иренән ҡайҙа күсеп китһен инде, башҡа торлағы юҡ бит. Әммә үҙҙәре лә йыш ҡына имгәнеү ала, ауырыуға һабыша һәм тағы ла хәүефлерәге – ошондай ғаиләлә йәшәгән балаларҙың психикаһы ҡаҡшай, улар сирле булып үҫә. Учалы районында былтыр булып үткән ҡот осҡос ваҡиғаны барыһы ла хәтерләйҙер: эсеп ҡайтҡан ире ҡатынын туҡмай, артабан уны эҙәрлекләп күршеләренә бара һәм ҡатынын да, күршеләрен дә атып үлтерә, аҙаҡ үҙенә ҡул һала.
Бындай осраҡтарҙа шунда уҡ һорау тыуа: ни өсөн полиция ла, урындағы власть вәкилдәре лә мөрәжәғәткә иғтибар итмәгән, сараһын күрергә тырышмаған? Ни өсөн был кешенең мылтығы тартып алынмаған, ҡануниәт буйынса быны эшләргә мөмкин бит? Полиция ошо йүнәлештәге һәр шикле мәғлүмәтте тикшерергә бурыслы.
– Тимәк, ғаиләләге йәберләүгә ҡаршы көрәш тураһындағы законды ҡабул итергә тормош үҙе мәжбүр итә?
– Эйе, бөтә был сәбәптәр һәм шарттар йорттағы йәберләүгә ҡаршы йүнәлтелгән законды булдырыу өҫтөндә эшләргә этәрҙе лә инде. Унда полицияның, кемделер ғаиләлә йәберләүҙәре тураһында мәғлүмәт килһә, шунда барып тикшереү үткәрергә бурыслы булыуы хаҡында ла яҙыласаҡ. Бөгөн, ялыу булмаһа, тикшермәйҙәр бит, сөнки йә ҡатыны артабанғы ғаилә тормошо хаҡына был уйынан баш тарта, йә ире ҡурҡыта. Ә яңы норматив-хоҡуҡи акт ялыуҙың булыу-булмауын нигеҙ итеп алмаясаҡ. Бынан тыш, полиция йәки суд тарафынан бындай янъялсы иргә яҙма иҫкәртеү ҙә яһаласаҡ.
Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙға балалары менән ваҡытлыса айырым йәшәп тороу өсөн социаль приюттар булдырыу, агрессив ирҙе изоляциялау өсөн урындар ойоштороу ҙа ҡарала. Минеңсә, ҡатын-ҡыҙ түгел, бындай ир йораты үҙе сығып китергә тейеш. Законда ундай кешегә артабан ғаиләһе менән аралашыуҙы тыйыу ҙа күҙ уңында тотоласаҡ. Хәҙергә ундай кешегә штраф һалыу ҡаралған, мин быны йоғонтоло аҙым тип һанамайым, сөнки был аҙым ғаиләнең финанс хәлен насарайтыуҙан башҡа бер нәмә лә бирмәй. Фәҡәт ир кешене изоляциялау талап ителә. Ундайҙар ғаиләһен йәберләп кенә ҡалмай, ҡурҡытып та тота бит, был берәүгә лә сер түгел.
Һәр хәлдә, яза йоғонтоло булырға тейеш. Бының өсөн полиция, прокуратура, балалар хоҡуҡтары буйынса вәкил, бәлиғ булмағандар эше буйынса белгестәр, мәғариф тураһындағы һәм башҡа ҡануниәткә үҙгәрештәр индереү талап ителә. Бөгөнгә был өлкәлә йыш ҡына “һин дә мулла, мин дә мулла, атҡа бесән кем һала” тигән принцип буйынса эш итәбеҙ. Әйтәйек, тикшерә башлаһаң, бындай ғаиләлә йыш ҡына әсәһе лә атай менән бергәләп “төшөрә”, ә балалары мәктәпкә ас көйөнсә, күҙ-башы күгәргән килеш йөрөгәне асыҡлана, ләкин уҡытыусылар ҙа, һис бер кем дә ҡыҫылмай һәм сараһын күрмәй! Ә бит беҙгә балалары мәктәпкә йөрөмәгән йәки уҡыуҙы ташлаған ғаиләләрҙе лә осратырға тура килгеләй, был да тейешле контроль һәм күҙәтеү булмау арҡаһында килеп тыуа.
– Ҡағиҙә булараҡ, барыһы ла кадрҙарға барып тоташа ...
– Бөтә был кәмселектәрҙең сәбәбен ҡайһы ваҡыт опека органдарында һәм башҡа ошондай күҙәтеү урындарында эшләгәндәрҙең хеҙмәт хаҡы түбән булыуына һылтарға яраталар. Әммә мин шундай ҡарашта: эш хаҡың ниндәй булһа ла, йә һин вазифа бурыстарыңды еренә еткереп үтәргә, йә урыныңды бушатырға тейешһең. Бындай ойошмаларға балаларҙы яратҡан кешеләрҙе генә эшкә алырға кәрәк. Оҙаҡ йылдар республиканың суд приставтары етәксеһе булдым, приставтың хеҙмәт хаҡы ла ҙур тип әйтерлек түгел, әммә талап ҡаты ине, сөнки насар эшләгән хәлдә беҙ хеҙмәтләндергән кешеләргә ҡыйынлыҡ тыуасаҡ бит.
Яңы закон проекты енәйәт ҡылынғанын көтөп ултырыуҙы түгел, ә уны иҫкәртеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Әлеге Учалы районындағы ваҡиға йәнә иҫкә төшә: әгәр ҙә алдан сараһын күрһәләр, был фажиғә булмаҫ, бер ғәйепһеҙ кешеләрҙең ғүмере өҙөлмәҫ ине. Яңы проектты Федерация Советы ла ҡараны, ғинуарҙа уны Дәүләт Думаһына тәҡдим итергә ниәтләйбеҙ, артабан ул оҙаҡ тотҡарланмай ҡабул ителер тип ышанам.
Маҡсат – кеше ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыу
– Айнытҡыстарҙы ҡайтанан тергеҙеү тураһындағы тәҡдим дә күптән өлгөрөп еткән мәсьәләне аңғарта. Элек, хәтерләйһегеҙҙер, ундай урындар бар ине. Улар әллә күпме кешенең ғүмерен хәүефтән һаҡлап ҡалды, эскән әҙәмде тиҙ арала ғаиләһенә һәм эш урынына ҡайтарырға ярҙам итте...
– Бындай айнытҡыстар 1990 йылда бөтөрөлдө, улар Эске эштәр министрлығы ҡарамағында ине. Күптән түгел береһе Өфөлә асылды, миңә унда булырға тура килде: тейешле шарттар тыуҙырылған. Ә бит, тураһын әйткәндә, муниципалитеттың ундай вәкәләте юҡ һәм уға бындай бурыс та ҡуйылмай. Мин ошондай учреждениеларҙы тергеҙеү буйынса закон проекты инициаторҙарының береһе булып торам. Беҙ Рәсәй төбәктәренә ошондай айнытҡыстар асыу хоҡуғын биреү яҡлы.
Уларҙы элекке һымаҡ Эске эштәр министрлығы ҡарамағында түгел, ә социаль учреждение булараҡ ойоштороу бурысы ҡуйыла. Полицияның эше эскән кешене айнытҡысҡа илтеп ҡуйыуға ғына ҡайтып ҡалырға тейеш. Бындай ойошмаларҙы дәүләт менән хосуси хеҙмәттәшлек нигеҙендә булдырыу ҡарала, улар хужалыҡ иҫәбендә эшләргә тейеш буласаҡ. Икенсе төрлө әйткәндә, бындай учреждениеларҙа “ҡунаҡ” булып сыҡҡан кеше аҡса түләргә тейеш. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, бер тапҡыр ҡунған өсөн – ике мең һум. Әлбиттә, был яҡынса иҫәпләү генә, сығымдарҙы анығыраҡ билдәләү талап ителәсәк.
Иҫерек килеш йортона ҡайта алмайынса урамда туңып үлгән кешеләр аҙ түгел. Башҡортостанда ғына ошо рәүешле һәләк булғандар йылына йөҙгә яҡын кеше тәшкил итә. Тәне артыҡ һыуыныу сәбәпле төрлө сирҙәргә һабышҡан, аяғын йәки ҡулын туңдырғандар ҙа байтаҡ. Артабан уларға инвалидлыҡ бирергә мәжбүр булалар һәм дәүләт, анығыраҡ әйткәндә, һалым түләүселәр, уларҙы үҙ елкәбеҙҙә аҫрарға мәжбүрбеҙ. Ундайҙар йыш ҡына енәйәт объектына ла әүерелә: иҫерек булыуҙарынан файҙаланып, бындай кешеләрҙең аҡсаһын тартып алалар, имгәтеп китәләр. Уларҙың үҙҙәренең дә аңһыҙ рәүештә енәйәт ҡылыуы ихтимал.
Шуныһы ла бар: полицияның уларҙы урамдан йыйып йөрөргә вәкәләте юҡ. Йыйған хәлдә лә ҡайҙа алып барырға? Дауахана уларҙы ҡабул итмәй, сөнки сирле түгелдәр, иҫерек кенә. Етмәһә, ул һаман айнымаған һәм хулиганлыҡ ҡылыуы ла бик ихтимал. Артабан беҙ урамда туңып үлгән кешеләрҙе табабыҙ.
Әле эшләнеү өҫтөндә булған законда полицияға ундайҙарҙы алып китергә хоҡуҡ билдәләргә йыйынабыҙ. Быны полиция ғына түгел, башҡалар ҙа – һәр кем эшләй ала. Тик бөгөн, әйткәнемсә, алып барып тапшырып китерлек ойошма юҡ, үҙ өйөбөҙгә алып ҡайта алмайбыҙ бит инде. Ә ошо социаль учреждениела, ябайыраҡ әйткәндә – айнытҡыста, уны медицина белгесе лә тикшерәсәк: бәлки, ул имгәнгәндер йә туңа башлағандыр.
Был закон проектына ҡаршы төшкән кешеләр ҙә табылды. Йәнәһе, уларҙы урамдан ташып йөрөргә кәрәкмәй. Улар берәҙәк, туңып үлһәләр ҙә йәл түгел. Мин ундайҙарға ҡат-ҡат әйтәм: улар – беҙҙең кешеләр. Иҫереп аунап ятҡан кеше мотлаҡ рәүештә берәҙәк түгел бит, кемдер ҡайғынан йәки башҡа сәбәптән эскән дә самаһын юғалтып ебәргән, кемдер, ғүмерендә һис ҡасан булмағанса, осраҡлы рәүештә шундай хәлгә тарыған. Ҡыҫҡаһы, беҙ уларҙы ҡотҡарырға тейешбеҙ.
Бындай учреждениеларҙың дәүләт менән хосуси партнерлыҡ нигеҙендә эшләргә тейешлеге шунан сығып нигеҙләнә: шәхси ойошма ғына бөтә сығымдарҙы өҫтөнә ала алмаясаҡ. Етмәһә, күп кенә иҫерек кешенең кеҫәһендә аҡсаһы булмауы ла бик ихтимал. Әммә эшҡыуар сығымдарҙың бер өлөшөн булһа ла үҙ өҫтөнә алһа, был да дәүләт ҡаҙнаһына еңеллек килтерәсәк бит әле. Тәбиғи, эш ҡаҙнаны экономиялауҙа түгел, ә кешеләр ғүмерен ҡотҡарып ҡалыуҙа. Ҡайһы берҙә аптырап та ҡуям: ни өсөн айнытҡыстар һаман булһа тергеҙелмәгән, бының хоҡуҡи нигеҙе булдырылмаған? Күптән кәрәк бит инде.
Йыш эскән һәм артабан алкоголизмға һабышҡан кешеләр – икенсе мәсьәлә. Уларҙы туҡтауһыҙ айнытҡысҡа килтереп йөрөүҙән фәтүә юҡ. Беҙ, бер нисә хеҙмәттәшем менән бергә, шул фекерҙе өҫтөн ҡуябыҙ: кешене алкоголь сиренән уның ризалығынан башҡа дауаларға! Әле бит дауалау өсөн уның ризалығы талап ителә. Әммә үҙен алкоголик тип һанаған һәм дауаланырға теләгән кеше үтә һирәк осрай.
“Ризалығынан тыш дауалау уның хоҡуҡтарын боҙоу булып тора”, тиҙәр. Мин уларға ошолай яуап бирәм: “Ә уларҙың шундай тормош алып барыуы яҡындарының, ғаилә ағзаларының хоҡуҡтарын боҙмаймы һуң?” Боҙа, әлбиттә. Уны дауаларға, кеше ҡиәфәтенә ҡайтарырға ынтылыусылар үҙҙәре ауырыуға һабыша. Әммә иреңдең, ҡустыңдың, атайыңдың һәләкәт ҡосағына ауып барыуын нисек вайымһыҙ күҙәтмәк кәрәк?! “Һеҙ эскеселәрҙе дауалап бөтөрә алмайһығыҙ, был бойомға ашмаҫ хыял ғына”, тиҙәр. Әгәр ҙә, әйтәйек, 200 мең кешенең 100 меңен генә дауалай алһаҡ һәм ғаиләләренә кире ҡайтарыуға ирешһәк, был да ҙур алға китеш түгелме?
Судья булып эшләү тәжрибәмдән сығып, ошо юлды йоғонтоло булыр тип һанайым: дауаланырға теләмәгән алкоголиктарҙы шартлы рәүештә иркенән мәхрүм итергә һәм дауаланырға күрһәтмә бирергә кәрәк. Әгәр ҙә барыбер ҡырын эшен һәм башҡаларҙың хоҡуғын боҙоуҙы дауам итә икән, ул саҡта уны төрмә көтә. Ә төрмәлә мәжбүри дауаланыуға дусар ителәсәк, йәғни дауанан барыбер ҡотола алмай. Төрмәгә иһә бер кем дә үҙ ирке менән бармай, тимәк, ул иректә дауаланыуҙы һайлаясаҡ.
Ҡайһы саҡта алкоголиктар төрмәгә эләгә. Был енәйәт ҡылған осраҡта була – әйтәйек, ул иҫерек килеш кешене тапатып үлтергән. Федераль яза башҡарыу хеҙмәте етәксеһе менән һөйләшкәйнем. “Шундай закон проекты өҫтөндә эшләйбеҙ, ләкин алкоголикты төрмәлә дауаларға һеҙ әҙерме?” тип һорайым. “Әҙербеҙ, бының өсөн бөтә шарттар һәм белгестәр бар”, тип яуап бирҙе ул.
Элегерәк, хәтерләйһегеҙҙер, дауалау-хеҙмәт профилакторийҙары бар ине. Унда эләккәндәр алкоголизмдан дауаланды ла, күпмелер эш хаҡы алып, ғаиләһенә ярҙам итеү мөмкинлеге лә булды. Бәлки, ошо тәжрибәне өйрәнергә һәм уның ыңғай тип табылған урындарын файҙаланырға кәрәктер? Юғиһә алкоголик хәҙер үҙе килтергән зыянды ла ҡапламай бит, хатта өлөшләтә булһа ла. Әйтәйек, кемделер имгәткән, ә уныһына дауаланырға аҡса кәрәк. Йә булмаһа, мөлкәтен юҡҡа сығарған. Мин быны ҙур ғәҙелһеҙлек тип иҫәпләйем.
Бала саҡтан өйрәтергә кәрәк
– Дәүләт Думаһына Башҡортостандан һайланған депутаттарҙың һәр береһе ниндәйҙер өлкәләге алға китеште контролгә алыуын беләбеҙ. Һеҙ шөғөлләнгән темалар ҙа байтаҡ. Мәҫәлән, “Экология” милли проекты үҙе генә ни тора.
– Был проект, шулай уҡ “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты, шулай уҡ Кадастр мөлкәте һәм башҡа программалар өҫтөндә күп эшләргә тура килә. Башҡа депутаттар ҙа шулай уҡ ҙур йөкләмәләр алған үҙенә. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса оҙаҡ һөйләргә мөмкин булыр ине. Улар – “Химпром” майҙансығын рекультивациялау, башҡа күп эштәр.
Юлда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен күҙәтеүҙе иһә бала саҡтан тәрбиәләү, аңға һеңдереү талап ителә. Беҙҙә бит сабый саҡтан күреп үҫәләр: балаһын етәкләгән ата-әсә урам аша светофорҙың ҡыҙыл утына табан йүгерә. Шунан бала ла ҡағиҙәләрҙе һанға һуҡмай башлай, шул сәбәпле юл фажиғәләре лә күп.
Быларҙың барыһын да күҙ уңында тотоп, автоҡаласыҡтар булдырыу эшен башлап ебәрҙек. Байтаҡ урындарҙа асылды улар. Мәҫәлән, Салауат ҡалаһының 40-сы балалар баҡсаһында, Күмертау ҡалаһының 1-се мәктәбендә, Көйөргәҙе районының Яңы Мораптал мәктәбендә, Мәләүездең 6-сы мәктәбендә, Сибай ҡалаһындағы Мәжит Ғафури исемендәге паркта һәм башҡалар. Бындай ҡаласыҡтарҙа юлдар, урамдар киҫелеше, светофорҙар ҡуйыла һәм балаларҙы урам аша дөрөҫ сығырға өйрәтәләр.
Был эште артабан киңерәк йәйелдерергә уйлайбыҙ. Белеүегеҙсә, беҙҙең “Уңайлы ҡала мөхите” тигән партия проекты бар, унда киләһе йылға ошондай автоҡаласыҡтар эшләүҙе лә индерергә ниәт итәбеҙ. Артабан улар һәр район үҙәгендә булырға тейеш. Тиҙҙән бындай ҡоролмалар Йылайыр һәм Күгәрсен райондарында ла асыласаҡ. Ҡыйбат та түгел улар – 200 мең һум самаһы, ҡаҙна өсөн был ҡот осҡос ҙур сумма тип әйтеп булмай.
Бында ла ҡаршы төшкәндәр табылды: “Ниңә кәрәк улар һеҙгә?” Ә бит, уйлап ҡараһаң, ошондай автоҡаласыҡтар күпме кешенең ғүмерен ҡотҡарып ҡалырға ярҙам итәсәк... Йыл һайын беҙҙең республикала ғына ла 16 йәшкә тиклемге 25-30 үҫмерҙең юлда тапалып үлеүен иҫәпкә алһаҡ, проекттың әһәмиәте нығыраҡ аңлашыла төшөр, тип уйлайым. Был күрһәткескә әле имгәнеп ҡалған һәм ғүмере буйы инвалид рәүешендә көн күрәсәк үҫмерҙәр инмәй...
Һүҙ ыңғайы ошо миҫал иҫкә төшә: Бөрйән районынан ҡалаға килгән 12 йәшлек үҫмер урам аша сыҡҡанда “зебра” буйлап велосипедта елдергән. Ҡағиҙәләргә ярашлы, урам аша сыҡҡанда велосипедтан төшөргә һәм уның менән йәнәш атлап барырға кәрәк. Йәйәүлене шофер күрә, сөнки ул юл аша атлап килә, ә велосипед кинәт килеп сыға – водитель машинаны туҡтатып өлгөрмәй. Был юлы ла шулай булған: үҫмерҙең ҡапыл атылып килеп сығыуына шофер тормозға баҫып өлгөрмәй ҡала... Тимәк, юл ҡағиҙәләренә бала саҡтан өйрәтергә һәм даими ҡабатлап торорға кәрәк.
– Был темалар халыҡ менән осрашҡанда ла күтәрелмәй ҡалмайҙыр. Әйткәндәй, һеҙ һайлаусылар менән осрашҡанда ниндәй проблемалар йышыраҡ күтәрелә?
– Быға тиклем Дәүләт Думаһында эшләгән депутаттарҙың, әйтәйек, 5-се һәм 6-сы саҡырылыштарҙың, ваҡыты уңайлыраҡ ине: улар ике аҙна Дәүләт Думаһында булһа, ике аҙналап үҙ округында эшләй алды. Хәҙер бер аҙна Мәскәүҙә, берәүһен бында эшләргә форсат тыуҙы. Ғәҙәттә, йома көндө Өфөгә киләм, һайлаусылар менән осрашам, башҡа сараларҙа ҡатнашам һәм йәкшәмбе кис Мәскәүгә осам. Минең һайлау округы, башҡа депутаттар менән сағыштырғанда, иң ҙурыһы икәнен беләһегеҙ: Урал аръяғы райондары, республиканың көньяҡ төбәге, Салауат, Мәләүез, Күмертау ҡалалары, ҡыҫҡаһы – Башҡортостан биләмәһенең 40 проценты самаһы. Шуға күрә бер башынан икенсе яҡҡа хәтлем арыу ғына юл үтергә тура килә. Бөгөн, мәҫәлән, Көйөргәҙе районына йыйынам. Алдағы көндәрҙә Бөрйән, Баймаҡ һәм Йылайыр райондарында ла булыуҙы планлаштырам.
Тәбиғәтебеҙҙе таларға юл ҡуймайыҡ
– Зариф Закир улы, һеҙҙе тәбиғи карьерҙарҙа рөхсәтһеҙ таш сығарған, тирә-яҡ мөхитте боҙған һәм бер ҡайҙа һалым түләмәгән хосуси милекселәргә ҡаршы көрәшсе тип тә беләбеҙ. Хәҙер законһыҙ эш туҡтатылдымы?
– Был эш менән 2016 йылдан алып шөғөлләнәм. Ошо күренеш тураһында осраҡлы тигәндәй белеп ҡалдым. Һайлау алды кампанияһында Баймаҡ районының Темәс ауылына барғайным, шунда әйттеләр. Ул урынды күргәс, аптыраным: әйтерһең дә, был урманды бомбаға тотҡандар, бөтә ер аҡтарылған, ағастар йығылған, уларҙы йыйыштырып алыусы юҡ. Рекультивация үткәреү береһенең дә башына инеп сыҡмағандыр, моғайын. Урындағы халыҡҡа был проблема менән ныҡлап шөғөлләнергә вәғәҙә иттем.
Һуңғы өс йылда ошо мәсьәлә буйынса мәғлүмәт биреүҙе һорап 27 тапҡыр яҙҙым. Тәбиғи таш сығарырға лицензияны, ҡайһы берәүҙәр уйлағанса, Мәскәү түгел, ә Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы бирә, уның үтәлешенә контроль дә шул уҡ ойошмаға йөкмәтелгән.
Ныҡышмалылыҡ күрһәтеү һөҙөмтәһендә законһыҙ эшмәкәрлек, тәбиғәтебеҙҙе талау туҡтатылды, бер нисә енәйәт эше асылды.
Республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарының прокурорҙары, эске эштәр идаралыҡтары етәкселәре ҡатнашлығында дөйөм йыйылыш та уҙғарҙыҡ. Шунда һорайым: “Һеҙ бит үҙ биләмәгеҙҙә барыһын да күреп тораһығыҙ, был карьерҙар 15 йыл самаһы талана, ни сәбәпле бер сара ла күрелмәй һуң?” Береһе лә өндәшмәй.
Ҡаҙнаға был шәхси фирмалар бер тин дә түләмәй, ҡасан һәм күпме тәбиғи байлыҡ сығарылыуы тураһында бер ниндәй отчет юҡ... Эшкәртелеп бөткәс, урында рекультивация үткәрелергә тейешле, уныһы ла үтәлмәй. Ауыр йөк машиналары боҙған юлдарҙы һуңынан муниципалитет ҡаҙна иҫәбенә төҙәтә. Таш сығарған урында ситтән килгән кешеләр эшләй, ерле халыҡҡа иһә эш етмәй. Тегеләренең дә рәсми теркәлмәй эшләп йөрөгәне аңлашылалыр.
Ә бит улар ҡулы аша бик ҙур сумма үтә. Яҡынса иҫәпләп ҡарағайным: тик Темәс ауылы тирәһендәге карьер ғына был әҙәмдәргә йылына миллиард һум самаһы төшөм килтергән. Бөтә табыштың ҡулаҡса менән иҫәпләнеүе лә билдәле, йәғни банк аша үтмәгән һәм күпме сумма йыйылыуы ла сер булып ҡала...
Беҙҙең республикаға эшкә әйләнеп ҡайтҡас та, Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров минең менән бергә ошо карьерҙарҙы барып ҡараны. Хәлде ул бынан алдараҡ та белә ине. Радий Фәрит улының ярҙамы менән был мәсьәләне яйға һала алдыҡ. Былтыр майҙа һәм августа барғанда, ҡайһы бер ҡырын ҡылыҡтарҙы күрә инем әле, хәҙер уғрылыҡ туҡтатылды. Дөрөҫ, рекультивация тулыһынса үткәрелеп бөтмәгән әле. Беҙ был эште контролдә тотоуҙан туҡтамаясаҡбыҙ.