Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Болотло
Новости
18 Ғинуар 2020, 12:03
Навигаторға ышанырғамы-юҡмы?
Хәҙер күп эштәрҙе кабинетта ултырып йәки өйҙән сыҡмайынса ғына башҡарырға мөмкин. Ни тиһәң дә, заманса технологиялар заманында йәшәйбеҙ.
Йыраҡ йөрөйһө түгел, хәҙер водителдәр ҙә берәй ергә барырға кәрәк булһа, элекке шикелле уны картанан эҙләп ыҙа сикмәй. Был тәңгәлдә навигатор ярҙамға килә, уның төймәләренә баҫып көйләнең дә, эш тә бөттө, үҙе юл күрһәтеп тик бара. Һәр саҡ шулаймы икән?
– “Өфө–Белорет”, “Белорет–Өфө” ҡала-ара маршрутын хеҙмәтләндерәм, – тип һөйләй таксист, баш ҡала егете Айназ Юлгилдин. – Тәүлегенә ике рейс “һуғырға мөмкин”. Уртаса алғанда, 260 саҡрымды өс сәғәттә үтәм. Бөгөн навигаторһыҙ таксист таксист түгел, ул адресты табыу өсөн ныҡ уңайлы.
Танышым ҡыҙыҡ хәлгә лә юлыҡҡан. Бер ваҡыт Белорет районының Ғәбдөк ауылынан заказ ҡабул иткән. Навигаторын көйләгән дә һыпыртҡан “аҡса артынан”. Аҡса тигәндән, берәй ауылға инеп алһаң, тағы ла өҫтәп түләйҙәр. Табып ҡына булһа икән дә ул ауылды! Ҡәҙимге юлдан китеп барғанда, һул яҡҡа ҡайырылырға бойора икән теге. Ә унда – ҡарурман. Тыңлаусан таксист бер үк урынды әллә нисәмә тапҡыр ураған.
Баҡтиһәң, Ғәбдөккә юл документ буйынса бүтән яҡтан, саҡ ҡына өҫтәрәк булырға тейеш булған, үҙ сиратында, мәғлүмәт базаһына ла шулай индерелгән. Шунан навигаторға ышан инде!
Фото:
forums.drom.ru
Автор: Илдар Акьюлов.https://bash.rbsmi.ru/articles/t-g-rm-s/Navigator-a-ishanir-ami-yu-mi-81306/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"