Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
18 Ғинуар 2020, 12:11
Мәктәптә туҡланыу - мөһим мәсьәлә
Мәктәптәрҙә башланғыс класс уҡыусылары өсөн туҡланыуҙы бушлай итеү темаһы беҙҙең Башҡортостан өсөн айырыуса көнүҙәк. Республика Башлығы Радий Хәбиров, ғөмүмән, мәктәптәге туҡланыу сифаты һәм уны бәләкәйҙәр өсөн бушлай итеү тураһында күп тапҡыр әйткәйне. Хәҙер иһә Владимир Путиндың Мөрәжәғәтнамәһенән һуң федераль кимәлдә лә был мәсьәлә иғибар үҙәгенә сығарылып, башланғыс кластар өсөн түләүһеҙ ашатыу ойошторорға ҡушылды.
– Техник мөмкинлеге булған мәктәптәр һәм төбәктәр 2020 йылдың 1 сентябренән, ә ҡалғандар 2023 йылдың 1 сентябренән бушлай ашатыуға күсергә тейеш. Беҙ һеҙҙең менән был мәсьәләгә күп тапҡыр әйләнеп ҡайттыҡ. Тик бюджетҡа көсөргәнеш төшкәнлектән, был аҙымға бармай инем, – тине Радий Хәбиров.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, кисә төбәк етәксеһе Владимир Путиндың Мөрәжәғәтнамәһен Башҡортостанда тормошҡа ашырыу буйынса республиканың барлыҡ хакимиәт башлыҡтары һәм власть органдары менән видеоконференция ойошторғайны.
– Хәҙер мин нимә тәҡдим итәм? Беҙҙең республика мәктәптә туҡланыуҙы ойоштороу буйынса илдә алдынғылар рәтендә. Шуға күрә техник әҙерлек юғары булған урындарҙа түләүһеҙ туҡланыуҙы 2020 йылдың 1 сентябренән индерергә кәрәк, – тине Радий Фәрит улы.
Төбәк етәксеһе белдереүенсә, мәктәптәрҙә инфраструктура булдырырға, ашхана һәм буфеттарҙы йыһазландырырға, сифатлы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү системаһын көйләргә кәрәк.
– Ғөмүмән, мәктәптә туҡланыу темаһына беҙ бик етди ҡарясаҡбыҙ, сөнки был беҙҙең балаларыбыҙ һаулығына бәйле. Әллә ҡайҙан килтерелгән ит, сифатһыҙ аҙыҡ-түлек булмаһын, – тине ул.
Фото:
sobityadnya.ru
Автор: Альфия Мингалиеваhttps://bash.rbsmi.ru/articles/belem-m-t-rbi/M-kt-pt-tu-laniu--m-im-m-s-l-81252/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"