Бер көндө урамда Сәмиғә инәйҙән:
– Кәрим берәй ергә киткәнме әллә? – тип һораным.
– Дауаханала ята бит.
– Нимә булған?
– Уң ҡулын ҡырҡҡандар! Инәй берсә миңә, берсә Кәримдең ҡотһоҙланып бөткән йортона ҡарап торҙо ла, ҡулын һелтәп:
– Кешенең ҡарғышы төштө инде, – тине. – Хәрәмде аҙ ашаманы. Халыҡтың күҙ йәше ебәрә тиме?!
Кәрим – илле йәштәрҙәге яңғыҙы ғына көн күргән ир. Бер ҡайҙа ла эшләмәгән әҙәм, ғүмер буйы кеше әйберен урлап, кешене йәберләп йәшәне. Ауыл халҡының малын аҙ тамаҡламаны. Ә бер көндө көтөүҙән ҡайтышлай мәңге асыҡ торған ҡапҡаһынан килеп ингән ике һарыҡ та ҡабат уның ихатаһынан сыҡманы.
Хужалары бының Кәримдең эше генә булыуын тойомлаһа ла, полицияға хәбәр итеп торманы. Ни генә тимә, бығаса төрмәлә ултырып ҡайтҡан ирҙән ауыл халҡы шөрләй ҙә ине. “Йә төндә инеп үлтереп сығыр, йә донъяны үртәр. Шуның менән артып китмәҫ әле” тигәнерәк һүҙҙәр менән рәнйеп кенә ҡуя ине улар.
Ул көндө теге һарыҡты һуйып, тиреһен тунағанда Кәримдең бысағы бармағына эләгеп, ярайһы уҡ йыртып ебәрә. Ир быға иғтибар ҙа итмәй, малды эшкәртеүен белә. Аҙаҡ уның бер өлөшөн күрше ауылға алып барып һата, бер өлөшөн бешереп ашай.
Бер нисә көндән ирҙең бармағы шешеп китә лә түҙеп торғоһоҙ булып һыҙлай башлай. Бығаса дауахана юлын бар тип белмәгән әҙәм район үҙәгенә юллана. Табиптар уға бармағын киҫергә кәрәклеген, юғиһә ҡулһыҙ ҡаласағын әйтә. Әммә гангрена башланып өлгөрһәм. Кәримдең бер ҡулын бөтөнләй үк ҡырҡып ташлайҙар.
Бер аҙ һөйләшеп торғас, Сәмиғә инәй: “Балаларыма: “Бер ваҡытта ла кеше әйберенә теймәгеҙ. Әҙәм ҡарғышынан, рәнйешенән һаҡланығыҙ, сөнки үҙегеҙгә бәлә килер. Тормошта ни ҡылһаң да, кире әйләнеп ҡайта. Аллаһ Тәғәлә бөтә нәмәне ғәҙел хөкөм итә тип торам”, – тине.
Фото:
gtrk.tv