Новости
18 Января 2020, 10:03

Эскелек бәлә килтерә

Бәхетле ҡартлыҡ урынына зыярат һәм төрмә...

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфө ҡалаһында йәшәүсе ғаилә пары - оло йәштәге ир менән ҡатын байрам итеп алырға була. Өҫтәлгә һый менән бергә иҫерткес эсемлектәр ҙә ҡуйыла. Табын барышында элекке үпкәләшеүҙәр иҫкә төшә башлай һәм талаш сыға. Ҡыҙып киткән 61 йәшлек ҡатын ҡулына бысаҡ алып, иренең йөрәк тәңгәленә сәнсә. 64 йәшлек ир урында йән бирә.
Енәйәт урынына килеүсе полиция хеҙмәткәрҙәре ҡатынды ҡулға алған.
Яңылыҡ авторы: Гөлнур Ҡыуатова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Eskelek-b-l-kilter-81269/
Читайте нас