Новости
18 Ғинуар 2020, 12:05

Был закон кемдәргә ҡағыласаҡ?

Башҡортостанда яңы закон ҡабул ителәсәк. Был хаҡта республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

30 ғинуарҙа депутаттар пленар ултырышта “Башҡортостан Республикаһында урындағы үҙидара органдарына айырым дәүләт вәкәләттәрен бүлеү тураһында” Законына үҙгәрештәр индереү тураһында закон проектын ҡараясаҡ.
“Закон проекты хайуандар менән мөғәмәлә итеү өлкәһендә уларҙы яҡлау, уларға ҡарата аяулы мөнәсәбәт булдырыуҙы һәм кеше хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙе көйләй, – тип белдерҙе республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Муниципалитеттар ҡарауһыҙ хайуандарҙы тотоу һәм тәрбиәләү менән шөғөлләнә. Закондарҙың яңыртылыуы уларға өҫтәмә бурыстар йөкмәтә: ҡарауһыҙ хайуандарҙы стерилләргә һәм элек көн күргән урындарына кире ҡайтарырға, үлемесле сирлеләрен эвтаназияға дусар итергә, агрессивтарын махсус приюттарҙа тоторға кәрәк. Был иһә бюджетҡа өҫтәмә йөкләмә барлыҡҡа килтерәсәк”.
Парламент спикеры һүҙҙәренә ҡарағанда, хәҙер республика бюджетынан йыл һайын хайуандарҙы тотоу һәм тәрбиәләү өсөн муниципалитеттарға 63,4 миллион һум күләмендә субвенция бүленә. Закондың яңы талаптарына ярашлы, сумма артасаҡ. Закон проекты был эшмәкәрлекте финанслау өсөн иҫәпләү нормативтарының яңы юлдарын тәҡдим итә.
Фото: m.tvkrasnodar.ru.
Автор: Айһылыу Низамова. https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/Bil-zakon-kemd-rg--a-ilasa-81133/
  • Читайте нас