Новости
18 Ғинуар 2020, 12:20

Бәлә ҡыңғырау тағып килгән дә бит...

Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы “Урал таштары” акционерҙар йәмғиәтендә эшләгән кран машинисының бәләгә тарыу осрағын тикшерҙе. Ваҡиға Учалы районының Мансур ятҡылығында гранит сығарыу карьерында булғайны.

30 тонналыҡ блокты өс метр тәрәнлектән күтәргәндә кран ауа башлай. 56 йәшлек машинист кабинанан һикереп өлгөрә, әммә ауыусы крандың бер таянғысы уны баҫа. Ир ныҡ имгәнә.
Бер хата икенсеһен тарта. Машинистар етешмәгәнлектән, уны башҡа кран машинаһына күсергән булғандар. Стажировкаһыҙ, инструкция үтмәйенсә эшкә тотонорға тура килгән. Тулыһынса һаҡлыҡ саралары менән тәьмин ителмәгән. Өҫтәүенә был крандың хеҙмәт итеү срогы 2017 йылда сыҡҡан булған.
Бәлә ҡыңғырау тағып килмәй, тиһәләр ҙә, бындай етешһеҙлектәр булғанда ҡасан да үҙен һиҙҙерәсәге билдәле. Предприятиеға 300 мең һум күләмендә штраф һалынған.
Фото:KRSK.au.ru
Автор: Дина Арслановаhttps://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/B-l--i-irau-ta-ip-kilg-n-d-bit-80886/
Читайте нас