* Өҫтәлегеҙҙә көн һайын йәшелсә, емеш-еләк булһын. Иң файҙалыһы – сөгөлдөр. Унан ҡала фасоль, ҡабаҡ, кишер, томат, болгар боросо, шпинат, салат, алма, виноград, слива.
* Ҡаҙылыҡ, ҡыҙҙырылған бәрәңге, печенье, консервалар – зарарлы ризыҡтар. Аҙ-аҙлап, әммә йыш ашағыҙ. Һыу эсегеҙ.
* Ураҙа тотоу файҙалы: һөйәктәр еңеләйеп китә, йөрәк тә йәшәргән кеүек була. Көн уртаһында ярты сәғәт йоҡлап алығыҙ.
* Ашағандан һуң йоҡламағыҙ, сөнки ҡан ҡуйырып, май ҡан тамырҙарына ултырып ҡала.
* Асыҡ һауала йышыраҡ булығыҙ. Һалҡынса бүлмәлә йәшәгеҙ.
* Сәтләүек ашағыҙ. Көнөнә бер сәй ҡалағы сәтләүек майы эсегеҙ.
* Кешеләр менән яҡшы мөғәмәләлә булығыҙ. Уларҙан ныҡ яҡын дуҫ та, дошман да яһамағыҙ.
* Кәйефегеҙ булмаһа, күп итеп йөрөгөҙ. Һыу инегеҙ, ул һағышығыҙҙы бөтөрөр. Тән һәм күңел өсөн иң яҡшы дарыу – ураҙа, доға, физик эш.
* Ашар алдынан да, ашағандан һуң да һыу йәки сәй эсмәгеҙ.
* Аҙнаға бер тапҡыр сәтләүек, алма ғына ашап тороғоҙ. Иртән һигеҙ алма һәм һигеҙ сәтләүек әҙерләгеҙ. Уларҙы ике сәғәт һайын берәр ашағыҙ.
* Организмығыҙ арыған, ҡулдан эш киткән кеүек булһа, көнөнә ике-өс кишер ашағыҙ.
* Һалҡын тейеп ауырымаҫ өсөн, ҡайнар һыу менән йыуынмағыҙ, көн дә сәтләүек һәм һарымһаҡ ашағыҙ, тейешенсә йоҡлағыҙ.
* Йәй көнө күп итеп еләк-емеш ашағыҙ.
* Кешеләргә үпкәләмәгеҙ, улар менән бәхәсләшмәгеҙ.
* Балаларға ҡысҡырмағыҙ, ҡул күтәрмәгеҙ.