Новости
18 Ғинуар 2020, 10:16

Ах, Бали!!! Матурлыҡ иле! Тик бәхетһеҙлектәр генә булып тора шул....

Ял итергә барған ҡыҙ бала бәләгә тарыған!

Өфөнән Бали уртауына ял итергә барған Анна Пономареваны мотоцикл бәрҙергән. Етди тән йәрәхәттәре алған 27 ҡыҙға урындағы табиптар операция яһаған. Әммә уға артабан дауаланырға һәм тикшерелеү үтергә кәрәк. Тағы ла операция яһарға тура килеүе бар.
Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡыҙҙы Өфөгә ҡайтарырға ярҙам итергә күрһәтмә бирҙе. Оҙаҡламай Анна тыуған яғына ҡайтасаҡ.
Яңылыҡ авторы: Гөлнур Ҡыуатова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Ah-Bali--Maturli-ile-Tik-b-het-e-lekt-r-gen-bulip-tora-shul-81949/
Читайте нас