Уның әйтеүенсә, Рәсәйҙә электрон документҡа күсеү әүҙемләшә, был йәһәттән медицина карталары ла ситтә ҡалмаясаҡ. Электронлаштырыу табиптарға пациенттарҙың һаулығы хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе тиҙерәк табырға, мотлаҡ тикшереүҙәр ваҡытын билдәләргә, аныҡ эш алып барырға мөмкинлек бирәсәк.