Новости
17 Ғинуар 2020, 06:05

"Салауат йыйыны" ҙур баһа алды

Бөтә Рәсәй Милли-халыҡ проекттар конкурсына һөҙөмтә яһанылар. Бәйгелә илдең 63 тәбәге, шул иҫәптән 200 проекты ҡатнашты.

Беҙҙең республиканың проекттары ла ҙур баһа алды. Мәҫәлән, “Шәжәрә байрам” республика халыҡ байрамы I кимәлдәге Диплом лауреаты булды. Профессиональ ижади үҫеше өсөн Салауат районында үткән “Салауат йыйыны” республика фольклор байрамы ла диплом менән билдәләнде.
Район баҫмаларынан.
Читайте нас