Новости
17 Ғинуар 2020, 08:39

Эскесене насар ғәҙәтенән арындырырға теләйһегеҙме?

Эскесе туғанығыҙҙы насар ғәҙәтенән нисек арындырырға белмәйһегеҙме? Дауаланыу өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

«Айыҡ ауыл» конкурсы барышында республикала эскелек мәсьәләләре буйынса «ҡыҙыу бәйләнеш» ойошторола. 22 - 23 ғинуарҙа наркологтар, психологтар, психотерапевтар республика халҡына бушлай аноним консультация бирә. Был көндәрҙә иртәнге сәғәт 11-ҙән киске 8-гә тиклем 8-800-7000-183 номеры буйынса бушлай шылтыратып, эскелек, наркомания, дауаланыу менән бәйле һорауҙарға яуаптар алырға мөмкин.

Яңылыҡ авторы: Зөһрә Йәһүҙина
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Eskesene-nasar---ten-n-arindirir-a-tel-y-ege-me-80727/
Читайте нас