Новости
17 Ғинуар 2020, 08:44

Һеҙҙе лә стоматологияға диагностика үтергә саҡыралармы ?

Өфөлә йәшәүсе хаҡлы ялдағы инәйҙең стоматология клиникаһына барыуы алтын хаҡына төшкән.

Уны бушҡа диагностика үтергә саҡыралар. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, буштың атаһы күптән үлгән шул.

Медицина учрежденияһы көсләп тигәндәй үҙ хеҙмәтен тәҡдим итә һәм дауалау процедураһын үткәрә. Оло йәштәге ханымға 100 мең һумдан ашыу суммаға кредит ҡағыҙы тоттороп ҡайтаралар.

Ҡиммәтле дауалауҙың сифаты ла әллә ни яҡшы түгел, ти мут табыштар тоҙағына эләккән инәй.

Фото: интернет

Яңылыҡ авторы: Гөлнара Солтанова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/e-e-l-stomatologiya-a-diagnostika-terg-sa-iralarmi-80501/
Читайте нас