Новости
17 Ғинуар 2020, 09:05

БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, йырсы, композитор Булат Еникеев ярҙам һорай

Булат Һиҙиәт улына йыр китабын сығарыуҙа, бәлки, ярҙам итеүселәр табылыр...

«Мин – күҙ буйынса беренсе төркөм инвалиды Булат Һиҙиәт улы Еникеев. Йырҙар ижад итәм, һирәк-мирәк шиғырҙар ҙа яҙып ҡуям. «Ваҡыттарҙы булмай туҡтатып» һәм «Минең йырҙарым» тип аталған йыр китаптарын да сығарҙым. Йырҙарым радио - телевидениенан да йыш яңғырай. Арыу ғына эшләп йөрөгәндә инсульт булды. 2011 йылдың башында Өфөләге ҡарттар йортона килеп эләктем. Бында ла ожмах түгел шул. Тамаҡҡа һалҡын тейҙереп, тауышһыҙ ҡалдым, операция яһарға тейештәр. Интернатта йәшәгән осорҙа русса һәм башҡортса бер китап әҙерләнем. Ләкин башҡорт шағирҙары уларҙан рөхсәтһеҙ йыр яҙырға бирмәйҙәр. Миңә шиғырҙарҙы Брайл шрифтынан ябай тексҡа әйләндерер өсөн 100 шиғырға 40 мең һум аҡса кәрәк. Пенсиям ҡарттар йортона ғына китеп тора.

Аҡсаны ҡайҙан алырға? Хатта сығып хәйер һорарға ла хәлемдән килмәй. Бәлки миңә ярҙам итеүселәр табылыр. Телефоным : 89870174318»

Яңылыҡ авторы: Зөһрә Йәһүҙина
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/BR-i-at-a-an-an-m--ni-t-he-m-tk-re--yirsi-kompozitor-Bulat-Enikeev-yar-am-oray-79775/
Читайте нас