

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Мөрәжәғәтнамәһенең ҡарарҙарын тормошҡа ашырыуға арналған кәңәшмәлә БР һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин быйыл 80-гә яҡын ФАП-ты яңыртыу планлаштырылыуы хаҡында әйтте. Ошоға бәйле Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров төҙөлөш блогына 2020 йылда файҙаланыуға тапшырылған яңы фельдшер-акушер пункттарын 100-гә еткерергә ҡушты. Уның әйтеүенсә, бер ФАП төҙөү 3 – 5 млн һумға төшә һәм республика бының өсөн бюджеттан аҡса өҫтәйәсәк. «Иң мөһиме бөтә яңы дауалау учреждениелары фельдшерҙар менән тәьмин ителгән булырға тейеш», – тине ул.
Радий Хәбиров 1 июлдән медицинаның беренсел звеноһын модернизациялау федераль программаһы эшләй башлауын иҫкә төшөрөп үтте. Был маҡсатҡа бюджеттан 500 млрд һум аҡса бүленәсәк. Республиканың бурысы – федераль органдар менән әүҙем эшләп, бының өсөн ил бюджетынан мөмкин тиклем күберәк аҡса алыу.
Рәсәй Президенты медицина хеҙмәткәрҙәрен торлаҡ менән тәьмин итеүгә ҡарата ҡуйған бурыстарға килгәндә, Радий Фәрит улы уларҙың муниципалитет башлыҡтары яуаплылығында булыуын билдәләне. Балтас һәм Тәтешле райондарын миҫалға килтереп, барыһы ла башлыҡтарҙың яҡшы эшләүенән тороуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Радий Хәбиров фекеренсә, кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүҙә медицина вуздарында уҡырға ингәндә бер нисә специальность буйынса бюджет урындарына квоталар булдырыу етди ярҙам буласаҡ.
Республика Башлығы дарыуҙар менән тәьмин итеүгә лә ҙур иғтибар бирергә ҡушты.