Новости
17 Ғинуар 2020, 09:07

25 ғинуарҙа Баймаҡта ҡатын-ҡыҙҙар ныҡ бәхетле буласаҡ

Нисек һәм нимә ул тип һорарһығыҙ. Яуабы ошолай - был көндө бында "Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе" ("Территория женского счастья") асыҡ форумы уҙасаҡ.

Сараға төрлө эш менән мәшғүл булған төрлө йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар йыйыласаҡ. Халыҡ ижады үҙәге һәм Ғ.Сөләймәнов исемендәге Балалар музыка мәктәбенда ғаилә, һаулыҡ, баласаҡ, стиль кеүек махсус майҙансыҡтар асыласаҡ. Уларҙа оҫталыҡ дәрестәре, тренингылар, белгестәрҙең кәңәш биреүе уҙасаҡ. Республиканың әйҙәүсе табиптары консультация уҙғарасаҡ.

Форумда "Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе" академияһын булдырыусы, БР Башлығы Радий Хәбировтың хәләл ефете Каринэ Хәбированың, Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатованың һәм башҡа билдәле ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡатнашыуы көтөлә.

Фото: Т.Аманов

Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/25-inuar-a-Bayma-ta-atin-i-ar-ni-b-hetle-bulasa-79282/
Читайте нас