Был фекер күптәрҙә ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Мәҫәлән, кинорежиссер Никита Михалков: “Жириновскийҙың үҙен алмаштырырға кәрәк, ә гимнды түгел”, – тип белдергән журналистарға.
Әйткәндәй, гимндың һүҙҙәрен Никита Михалковтың атаһы Сергей Михалков яҙған.
Шағирҙың оло улы Андрей Кончаловский белдереүенсә, гимндың һүҙҙәре, бәлки, ҡыҫҡараҡ та булыр ине, әммә уның атаһы “был әҙәбиәт түгел, ә сәйәси документ” тип әйткән. Шуға ла гимндың һүҙҙәре дәүләттең ниәттәрен еткерергә бурыслы.
Владимир Жириновский фекеренсә, гимнды ололарға, ҡатын-ҡыҙҙарға һәм балаларға башҡарыуы ҡыйын. Был осраҡта сәйәсмән үҙен дә күҙ уңында тотҡандыр, күрәһең, тиҙҙән бит уға 74 йәш тула.