Новости
16 Января 2020, 10:48

Юл фажиғәләре - 14 ғинуар

14 ғинуарҙа республика юлдарында 9 автомобиль аварияһы теркәлгән, ике кешенең ғүмере өҙөлгән, ете кеше ауыр травмалар алып, дауаханаға эләккән.

Добавить в предпочтительные источники Google

Төш мәлендәрәк Иглин районында Силәбе өлкәһенән килеүсе 32 йәшлек водитель ГАЗ йөк машинаһында ҡаршы һыҙатҡа сығып, ВАЗ-2110 машинаһына барып бәрелә.

Аварияла еңел автомобилдең водителе (Златоуст ҡалаһынан 65 йәшлек ир) ныҡ яраланып, "Тиҙ ярҙам" килгәнгә тиклем йән бирә.

Көндөҙ Белорет районында 56 йәшлек ир "Dodge Caliber" машинаһында Белореттан Стәрлегә китеп барышлай юлдан оса. 55 йәшлек пассажир (ул Төмән өлкәһенән) үлемесле яраланып, һәләк була.

Һәләк булғандарҙың туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...

Тәүлек эсендә 32 иҫерек водитель тотолған. Урланған ике машина эҙләп табылып, хужаларына кире ҡайтарылған.

Фото: Д.З. Ғилметдинов.

Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Yul-fagi-l-re-14-inuar-77860/
Читайте нас