Новости
16 Ғинуар 2020, 10:50

Тырнашырға ярамай...

Салауат районының Әй ауылында Силәбе өлкәһенән килгән 32 йәшлек ҡатын бәлиғ булмағандар эше буйынса инспекторға һөжүм иткән.

Әй ауылында бәйҙә торған этте хужалары урамға йөрөргә сығарып ебәрә. Эт 8 йәшлек ҡыҙға ташланып, уны тешләй.

Ҡыҙҙың ата-әсәләре был турала, әлбиттә, полицияға хәбәр итә.

Хәлде асыҡлар өсөн полиция хеҙмәткәре ауылға килеп, эттең хужалары йәшәгән йортҡа инә.

Ә уларға Силәбенән туғандары - 32 йәшлек ҡатын ҡунаҡҡа килгән була. Байрам итеп ултырғандарында инспекторҙың килеп инеүен яратмай, ҡунаҡ ҡатын хас та эт кеүек полицейскийға ташлана, битен тырнарға өлгөрә.

Бәйеле аҙған ҡатынды бүлеккә килтерәләр. Әле тикшереү бара.

Фото: Интернеттан.

Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Tirnashir-a-yaramay-77893/
Читайте нас