Кафеға төшкө ашҡа килгән халыҡтың был көн ғүмергә иҫендә ҡалыр, моғайын. Асыҡланыуынса, бер өҫтәлдә йәштәрҙән генә торған компания тамаҡ ялғай. Тик ҡапыл араларында низағ килеп сығып, ҡысҡырып тиргәшә башлайҙар. Береһе кеҫәһенән пистолет тартып сығара ла атырға тотона.
"Беҙ ҡатыным менән тыныс ҡына ашап ултыра инек. Тик егеттәр бер-береһенә ҡысҡырыша башланы. Мин улар янына барып тынысландырырға ла уйлағайным. Ҡатыным ҡыҫылмаҫҡа ҡушҡас, урынымдан торманым. Бәхеткә күрә, бармауым яҡшы булды, сөнки егеттәрҙең береһе пистолет сығарып, тороп ҡасҡан икенсеһенең артынан бер нисә тапҡыр атып өлгөрҙө. Ашап ултырғандарҙың барыһы ла тышҡа йүгерҙе", - тип һөйләй шаһиттарҙың береһе.
Асыҡланыуынса, күрше Ырымбур өлкәһенән килгән өс йәш кешенең ҡылығы кафе хужаһына оҡшамай һәм ул иҫкәртмә яһай. Һөҙөмтәлә ике арала аңлашылмаусанлыҡ килеп тыуа. Ҡунаҡтарҙың береһе хужаға төбәп ата башлай...
Ғәйепле тиҙ арала әшнәләре менән енәйәт урынынан һыпырта. Шуныһы ҡыуаныслы: кафелағы атышта бер кем дә зыян күрмәй. Әле ғәйепләнеүсенең шәхесе асыҡланған, хоҡуҡ һаҡсылары тикшереү алып бара.