“Кит инде, уның концертының нимәһе һәйбәт булһын! Клоунға оҡшатам үҙен. Йырлаймы ни ул, шыңшый ғына бит!” - тип тамам бөтөрөп ташланым хәҙер заман йәштәренең кумирын.
“Юҡ, әсәй, һин дөрөҫ әйтмәйһең, - тип һүҙгә ҡушылды киленебеҙ. - Уның энергетикаһы (табалар бит һүҙен дә!) көслө! Концертына барған булһаң, һин дә тик кенә ултыра алмаҫ инең. Уның үҙен барып күрергә, тыңларға кәрәк. Кейемдәре, сәхнә ялт-йолт килеп тора. Иғтибар итеп тыңла әле һин уны: моңо бар бит!”
Хәҙерге йәштәрҙән, бигерәк тә ҡалала үҫкән баланан “моң” һүҙен ишетеүгә күңелем тулып китте! Ысынлап та, Радиктың үҙенә генә хас моңо бар икән бит!Уның башҡарыуындағы йырҙарҙы иғтибар менән тыңлай башлағас, шундай һөҙөмтәгә килдем. Беҙ бит берәүҙе хурлай башлаһалар, тикшереп-нитеп тормайса, дәррәү хурлаусылар сафына ҡушылабыҙ. Ҡиәфәте, кейенеүе менән әллә нисегерәк күренһә лә, ниндәйҙер һөйкөмлө был бала. Эскерһеҙ йылмайыуы, балаларса бер ҡатлы ҡиәфәте үҙенә тартыу көсөнә эйә. Һигеҙ мең кешелек залды тултырып, аншлаг менән концерттар ҡуя ала, йәштәрҙең кумирына әйләнгән икән, тимәк, был йырсыла нимәлер бар! Афарин!”