Новости
16 Ғинуар 2020, 12:00

Ниңә уларға хөкөм юҡ?

Өфөлә йәшәүсе Ришат Ғәбдрәхимовтың ҡыҙы йәшәү менән үлем араһында ҡалғас, атай кеше уйлап та тормай балаһын дауалауға бер нисә кредит ала – ике миллион һум. Ғаилә өсөн был сумма -күтәргеһеҙ ҙур, ә хәл – ҡыл өҫтөндә.

Шул саҡта ғаиләгә “ярҙам” итеүсе кешеләр табыла. Улар шылтыратып, түбән процент менән тағы ла ҙурыраҡ суммаға кредит алырға күндерә.
”Капитал плюс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә ир 150 мең аҡса түләй.
”Теләгән ваҡытта шылтыратығыҙ, тип ышандырҙылар. Визит карточкаһын бирҙеләр”, - ти алданған ир. Клиенттарҙың әйтеүенсә, компания хеҙмәткәрҙәренә шылтыратыу мөмкин түгел, тупаҫтар. Килешеү шарттарын уҡығандан һуң кешеләр ниндәй көнгә төшкәндәрен аңлай башлай. Аҡса талап ителгән пункттарҙың береһе – кредит тарихы бюроһынан белешмә алыу. Закон буйынса бындай белешмәне йылына бер тапҡыр бушлай алырға мөмкин.
Апданғандар бер Ғәбдрәхимовтар ҡына түгел. Ҡайһы бер юристарҙың әйтеүенсә, мутлашыусыларҙы хөкөмгә тарттырыуы мөмкин булмаған хәл. Әммә аҡсаны ҡайтарыу юлы бар, тип ышандырыусылар ҙа күренә. Компания менән килешеү төҙөгән кешеләр тейешле хеҙмәт күрһәтелмәне тип, дәғүә яҙып судҡа мөрәжәғәт итә ала.
Баҡһаң, бындай “файҙалы” кредит алғандар күп икән. Улар интернетта танышып, коллектив менән хоҡуҡ һаҡлау органдарына ғариза яҙмаҡсы.
Фото:BashNews
Читайте нас