Новости
16 Ғинуар 2020, 11:55

Машина салонында мәйет...

Башҡортостандың Ишембай ҡалаһында ҡиммәтле сит ил машинаһы салонында бер ирҙең кәүҙәһен тапҡандар.

Toyota Land Cruiser еңел автомобие Ишембай үҙәк район дауаханаһының наркология бүлеге янында туҡталҡала торған булған.

36 йәшлек һәләк булыусының тәнендә табиптар күп һанлы яра эҙҙәре, төрлө йәрәхәттәре булыуын, һул күҙенең күгәреп сығыуын, аяҡтарының ҡанланып бөткәнен билдәләй. Сит ил машинаһының 59 йәшлек водителе танышына ярҙам күрһәтергә теләп, дауаханаға алып килергә тырыша, әммә өлгөрә алмай, ир салонда йән бирә. Водитель һүҙҙәренә ҡарағанда, һәләк булыусы ирҙе фатирында туҡмағандар. Әле полиция хеҙмәткәрҙәре үлем сәбәптәрен асыҡлай. Ирҙең кәүҙәһе суд-медицина экспертизаһына ебәрелгән.

Фото:psinom.ru
Читайте нас