Мәҫәлән, Земфира яңыраҡ ҡына ер сиге һаналған Камчаткала туған моңдарыбыҙҙы яңғыратһа, ошо көндәрҙә ул Инстаграм селтәрендәге үҙенә яҙылыусыларҙы тағы бер тапҡыр ғәжәпләндерҙе: Таиланда фил өҫтөндә ҡурай уйнап төшкән видеояҙманы һалды.
“Төп маҡсатым – башҡорт мәҙәниәтен, башҡорт моңон мөмкин тиклем киңерәк донъяға таратыу”, – ти Земфира Рәшитова һәм әйткән һүҙҙәренә тоғро ҡала. Әлеге мәлдә ул Ҡытайҙы иңләй, тимәк, сираттағы ғәжәп видеояҙма көтәбеҙ.