Новости
16 Ғинуар 2020, 11:02

Буран һыҙғыра ғына...

Башҡортостанға циклон килде.Водителдәр! Алыҫ сәфәргә сыҡмай тороғоҙ! Хәүефле!

Тәбиғәт ғәрәсәте иртәнге сәғәт 5 тирәһендә республиканың төньяҡ-көнбайышынан килде. Ул бөтә Башҡортостанда көслө итеп ҡар яуҙыра, айырым райондарҙа боҙло ямғыр көтөлә.

Юлдарҙа урыны менән боҙлауыҡ, ҡар һырыуы, көрт баҫыуы күҙәтелә. Коммуналсыларҙың ҡыҙыу эш мәле - 1013 берәмек техника эшләй.

Водителдәргә бөгөн юлға сыҡмаҫҡа, айырыуса алыҫ сәфәрҙәргә ҡуҙғалмаҫҡа кәңәш ителә.

Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Buran-i-ira-ina-78486/
Читайте нас