Новости
16 Ғинуар 2020, 11:52

Белорет юлында йәнә фажиғә

Кисә Өфө-Инйәр-Белорет трассаһында юл фажиғәһе теркәлә. 31 йәшлек Силәбе водителе идара иткән «Skoda Octavia» менән руль артында 43 йәшлек урындағы граждан ултырған «Great Wall» автомобилдәре ҡапма-ҡаршы бәрелешәләр.

Авария һөҙөмтәһендә беренсе автомобиль пассажиры – 38 йәшлек ҡатын дауаханаға оҙатыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауыр йәрәхәттәрҙән ул табиптар ҡулында йән бирә.
Юл фажиғәһе сәбәптәрен асыҡлау буйынса тикшереү эштәре бара.
БР буйынса ЮХХДИ һауа торошоноң боҙолоуы сәбәпле, киҫкен ихтыяжһыҙ юлға сыҡмаҫҡа кәңәш итә.
БР буйынса ЮХХДИ фотоһы.
Читайте нас