Һәр айҙа, башҡорт теленең үҙенсәлеген асыу маҡсатынан, айырым исем аҫтында саралар ойоштороу ҡарала: ғинуар – башҡорт теле – дәүләт теле, февраль – башҡорт теле – заманса тел, март – башҡорт теле – ғаилә теле, апрель – башҡорт теле – әсә теле, май – башҡорт теле – еңеүселәр теле, июнь – башҡорт теле – халыҡ теле, июль – башҡорт теле – дуҫлыҡ теле, август – башҡорт теле – юлдаш теле, сентябрь – башҡорт теле – ижад теле, октябрь – башҡорт теле – тарих теле, ноябрь – башҡорт теле – моңло тел, декабрь – башҡорт теле – рух теле. Әлбиттә, саралар тик бер ай менән генә сикләнмәгән, ә эш пландарын алдан төҙөп, йыл дауамында башҡорт теле бейынса эш алып барыу өсөн тәҡдим ителә.
Сарала башҡарма комитет ағзалары Марсель Тойғонов “Айыҡ ауыл” конкурсы йомғаҡтары һәм яңы йылға пландары хаҡында һөйләһә, Юлдаш Йосопов тарихсылар менән берлектә ойоштороласаҡ саралар йөкмәткеһе менән таныштырҙы.
Әйткәндәй, Башҡорт теле йылы буйынса бер нисә сара тураһында әйтеп үтергә лә була. Йәш ижадсылар, шағирҙар, Сибай институты базаһында ойоштороласаҡ “Бабич вариҫтары” конкурс-семинарына әҙерләнә башлағыҙ. Кемдәр икән ул был быуаттың иң шәп шағирҙары, бергәләп эҙләйек, табайыҡ!