Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Раевка ҡасабаһынан 21 йәшлек Андрей Михайловтың кәүҙәһен 6 ғинуарҙа тимер юлында тапҡайнылар. Егет ул тарафтарҙа контракт буйынса хеҙмәт иткән.
Хәрби частың командованиеһы белдереүенсә, Андрейҙың ғаиләһенә мәйетте алып ҡайтыу өсөн түләргә тура килмәгән.
"Сығымдарҙы часть үҙ өҫтөнә алды", – тинеләр унда.
Эйе, был егет тирәләй тәүҙә күп тауыш сыҡҡайны. Ғаиләгә Андрейҙы алып ҡайтыу өсөн 150 мең һум самаһы аҡса кәрәк, тигәйнеләр. Һөҙөмтәлә барыһы ла ыңғай хәл ителде. Өфөнән кәүҙәне тыуған яғына алып ҡайтыуҙы Әлшәй районы хакимиәте үҙ өҫтөнә аласаҡ.
Егетте тәүҙә үлтергәндәр, аҙаҡ ул үҙенә ҡул һалған тигән фараздар булды. Һөҙөмтәлә суд-медицина экспертизаһы Андрейҙың бәхетһеҙ осраҡ сәбәпле үлеүен асыҡлаған.
Беҙ ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.