

13 ғинуар көнө һигеҙ йәйәүлене машина төрттөргән, ике машина бәрелешкән, ике пассажир автобус салонында йығылып, төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Шул уҡ көндө иртән Хәйбулла районында "Лада Калина" менән "Mitsubishi ASX" машиналарының бәрелешеүе хаҡында яҙғайныҡ.
Аҡъярҙан 37 йәшлек водитель шунда уҡ һәләк була. "Лада" салонында шулай уҡ водителдең ағаһы ҡатыны менән һәм уларҙың 10 йәшлек улдары ла була. Һуңыраҡ дауаханала ҡатын да йән бирә. Уның ире менән улы бик ауыр йәрәхәттәр алған.
"Mitsubishi" водителе, 28 йәшлек егет, медучреждениеға алып китеп барғанда тын алыуҙан туҡтай. Машинала булған 21 йәшлек пассажир егет (ул Магнитогорск ҡалаһынан) дауаханала.
Тәүлек эсендә 2300-ҙән ашыу водитель юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған. Эскән килеш машина йөрөткән 23 водитель тотолған.
Фото: Д.З.Ғилметдинов.