Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Дождь
Новости
15 Января 2020, 13:18
Юғалған ир табылған
12 ғинуар “ГАЗ-3110” машинаһында, төшкә ҡарай ҡайтып етермен тип, Ирәкташҡа сығып китеп юғалған ир тураһында яҙғайныҡ.
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының авария-һәләкәттәрҙән ҡотҡарыу хеҙмәте, Белорет ҡалаһы буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре төнө буйы ирҙе эҙләгән. Кисә был эште полиция хеҙмәткәрҙәре дауам итеп, уны табалар.
Табылған кешенең хәле тураһында хәбәр ителмәй.
Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәбиғәткә сыҡҡан ваҡытында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә, үҙегеҙҙең ҡайҙа юлланыуығыҙ тураһында яҡындарығыҙға хәбәр итергә, тулы зарядлы кеҫә телефонын алырға, йылы һәм уңайлы кейем кейергә кәңәш итә.
Фото: Фото: exje.ru.
Автор: Римма Султановаhttps://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Yu-al-an-ir-tabil-an-74696/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"