Новости
15 Ғинуар 2020, 13:21

Ярманы ҡыш шарттарында нисек дөрөҫ һаҡларға?

Рәсәй Ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы белгесе Лилиә Нуретдинова менән Ҡырмыҫҡалы районы буйынса баш агрономы Айһылыу Камалетдинова әлеге дымлы һәм һауа температураһы юғары булған ҡыш арҡаһында онда һәм ярмаларҙа төрлө бөжәктәр үрсеүе ихтимал, тип иҫкәртә.

– Әгәр ярмала йә онда бөжәктәр күренһә, уларға ҡаршы кисекмәҫтән көрәш башларға кәрәк. Юҡһа, һатып алынған бөтөн аҙыҡ запасын ташларға тура киләсәк. Ярма пакетында ҡорт күренһә, уны шунда уҡ тышҡа сығарып ташлағыҙ. Хатта бер сәғәт тирәһе генә уны өйҙә тотҡан саҡта ла, бөжәктәрҙең таралып өлгөрөүе ихтимал. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар ябыҡ пакет эсендә лә үрсеү һәләтенә эйә. Бөжәктәр күреп ҡалһағыҙ, ярманы иләк аша үткәрегеҙ, берәй сәғәткә эҫе мейескә ҡуйып тороғоҙ. Тағы ла өс-дүрт көн туңдырып алыу ҙа ярҙам итәсәк. Шкафтарҙы һәм ярма һаҡланған һауыттарҙы һеркә тамыҙылған таҫтамал менән һөртөп сығырға кәрәк. Бөжәктәр лавр япрағы, ҡәнәфер һәм һарымһаҡ еҫен яратмай. Саҡырылмаған ҡунаҡтар башҡаса йонсотмаһын өсөн, ярманы ябыҡ банкала һаҡлау хәйерле. Бынан тыш, аҙыҡтың һаҡланыу ваҡытына иғтибар итегеҙ. Мәҫәлән, тары ярмаһын өс айҙан артыҡ һаҡларға ярамай, ҡарабоҙай һәм дөгө – алты айға тиклем, кипкән емеш-еләк бер йылдан артыҡ һаҡлана ала. Ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәгән хәлдә, аш-һыу бүлмәһендә көтөлмәгән ҡунаҡтар булмаясаҡ, – ти белгестәр.
Фото: prusakam.net
Автор: Гүзәлиә Балтабаева. https://bash.rbsmi.ru/articles/ba-sa/Yarmani-ish-sharttarinda-nisek-d-r--a-lar-a-72654/
Читайте нас