Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
15 Ғинуар 2020, 12:34
Ҡулдар көрәккә үрелгәс...
Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе иргә ҡарата һаҡһыҙлыҡ арҡаһында кеше ғүмерен ҡыйыуға бәйле енәйәт эше асылған.
Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 13 ғинуар көнө Баймаҡ ҡала дауаханаһынан күп тән йәрәхәттәре менән бер ирҙең килтерелеүе хаҡында хәбәр алына. Күп тә үтмәй, зыян күреүсе дауаханала йән бирә. Уның хайуандар өсөн төҙөлгән питомниктан килтерелгән булыуы асыҡлана.
Фажиғә булған урынға тәфтиш-тикшереү һәм полиция хеҙмәткәрҙәре бара. Питомник хеҙмәткәре эскән килеш эш урыны янынан үтеп барғанда, унда уттың янып тороуын күрә һәм инеп сығырға була. Бинала ҡарауылсы ҡатын һәм уның менән йәшәгән 47 йәшлек ирҙең булыуы асыҡлана. Алданыраҡ улар араһында ыҙғыш сыҡҡан була, хеҙмәткәр ирҙе тышҡа алып сыға һәм уға бер нисә тапҡыр һуға, тибә, аҙаҡ ҡулына көрәк ала. Артабан бер ни булмағандай, ҡайтып китә.
Ҡарауылсы ҡатын “Тиҙ ярҙам” машинаһын саҡырта, әммә зыян күргән ирҙең ғүмерен һаҡлап ҡалып булмай.
Әле Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе 27 йәшлек ир ҡулға алынған һәм уға ҡарата енәйәт эше асылған.
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Карима Усманова.https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/uldar-k-r-kk--relg-s-75531/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"