Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
15 Ғинуар 2020, 12:33
Таксистан да бай кеше юҡ, тиҙәр...
Был хәбәрҙең дөрөҫмө-юҡмы икәнен таксист кеүек ауыр йөктө тартып ҡарағандар ғына әйтә алалыр. Ә ысынында нисек? 15 йыл машинанан төшмәгән Кәрим Ирназаровты тыңлағандан һуң ошо һорауға әҙме-күпме яуап алырға мөмкин.
– Төрлө холоҡ-фиғелле пассажирҙарҙың осрауын иҫәпкә алып, таксистҡа тыныс холоҡло булырға кәрәк. Һин – берәү, ә улар – йөҙләгән, – тип әңгәмәсем. – Әгәр мин шул ғауғасылдарҙың һәр береһе менән низағҡа инә башлаһам, нервыларым ҡаҡшаясаҡ... хатта уйлауы ҡурҡыныс. Шуға күрә ниндәй генә хәл килеп тыуған осраҡта ла, һәр саҡ һалҡын ҡанлылыҡ һаҡлайым.
Алыҫ араға йөрөгән күршем белдереүенсә, һүҙ ҙә юҡ, иң ҡыуаныслыһы – рейстан ҡайтып аҡса һанаған мәл. “Бәхет аҡсала түгел” тиһәләр ҙә, кеҫәгә килеп ингәндән кем баш тартһын?! Әммә был шөғөлдө табыш алыуҙың анһат юлы, тип тә әйтеп булмай. Теләйһеңме-теләмәйһеңме, эшләгән аҡсаның ниндәйҙер өлөшө автомобиль ремонтлауға тотонола. Кеше ташығанда, йыраҡ юлға сыҡҡанда “ҡорос ат”ыңдың техник торошона иғтибар итмәй хәлең юҡ. Ә ыңғай яҡтарының иң ҙурыһы - ҡулда һәр ваҡыт аҡса була.
Хөрмәтле дуҫтар! Ә һеҙ таксистар тураһында ниндәй фекерҙә?
Фото:
Kzenon / depositphotos
Автор: Илдар Акьюлов.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Taksistan-da-bay-keshe-yu--ti-r-75237/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"