Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Болотло
Новости
15 Ғинуар 2020, 12:35
Нисек оят түгел һеҙгә?
Совет осоронда беҙҙең ауылда була был хәл. Колхозсылар бесән саба. Төшкө аш ваҡытында ир-егеттәр кәрт уйнап алырға була. Отолған кешегә ял мәлендә бесән сабыу шарты ҡуйыла. Тәүге уйында уҡ араларында иң өлкән кеше, инде алтмышҡа аяҡ баҫҡан Бәхтийәр ағай "дүрәк" булып ҡала ла, бесән сабырға төшә.
Шул мәл бесәнселәр янына колхоз рәйесе килеп сыға. Уттай ҡыҙыу эш мәлендә егеттәрҙең кемуҙарҙан шап та шоп кәрт һуғыуына уның асыуы килә.
- Нисек оят түгел һеҙгә? - ти ул ярһып. - Һәр минуты алтынға тиң ваҡытта бушты бушҡа ауҙарып ултыраһығыҙ. Ана, Бәхтийәр ағайығыҙҙан өлгө алыр инегеҙ. Бөтәгеҙҙән өлкән булһа ла һис тынғы белмәй!
Фото:
yablor.ru
Автор: Венер Исхаҡов.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Nisek-oyat-t-gel-e-g-75633/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"