Новости
15 Ғинуар 2020, 12:48

Кисә йәнә ике ҡорбан

Кисә республика юлдарында туғыҙ атомобиль аварияһы теркәлгән. Уларҙа ике кеше һәләк булған, етеһе төрлө тән йәрәхәттәре алған. Шулай уҡ республика ЮХХДИ-һы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тәүлек эсендә 2300 юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоу осрағы теркәлгән, 32 иҫерек водитель ҡулға алынған.

Үлемесле аварияларҙың береһе Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск юлында, Белорет районында була. 56 йәшлек ошо район кешеһе “Dodge Caliber” автомобиленә идара иткән. Тик ниндәйҙер мәлдә ул идараны юғалта, машинаны болғай башлай һәм ул юлдан оса. Һөҙөмтәлә пассажир, 55 йәшлек Төмән өлкәһе кешеһе һәләк була.
Икенсе ҡурҡыныс авария М5 трассаһында, Иглин районында юлдың 1517-се километрында теркәлә. 32 йәшлек “ГАЗель” водителе фураны ҡыуып үтергә тип юлдың ҡаршы һыҙатына сыға һәм “ВАЗ 2110” автомобиленә барып бәрелә.
Бәрелеш бик көслө була шул, еңел автомобилдең водителе табиптар килеп еткәнсе йән бирә. Ул 65 йәшлек Златоуст ҡалаһы кешеһе булып сыға.
Юдарыбыҙ имен булһын. Ҡыумайыҡ, иғтибарлыҡты юғалтмайыҡ.
Автор: Альфия Мингалиева.https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Kis-y-n-ike-orban-76287/
  • Читайте нас