

Был байрам айҡанлы йылға һәм күлдәрҙә тәре рәүешендә мәке уйыла. Уны "иордани" тиҙәр.
Мәкелә һыу инеү йолаһы "иорданиға барыу" тип атала.
"Иорданиға барыу" өсөн, мәҫәлән, Хәйбулла районында өс урында мәке уйылып, "иордани" ойошторола:
Аҡъярҙа Таналыҡ йылғаһында күпер янында,
Бүребайҙа Таналыҡ йылғаһында Чкалов урамы янында,
Петропавловский ауылында Быҙаулыҡ йылғаһында.
Һәр урында ҡотҡарыусылар, полиция һәм медицина хеҙмәткәрҙәре эшләйәсәк. Диндарҙарға уңайлы булһын өсөн йылы палаткалар ҡуйыласаҡ.
Төп хәүефһеҙлек саралары:
Мәкегә сумыу ике минуттан артырға тейеш түгел.
Аяҡтар өшөмәһен өсөн мәкегә тиклем аяҡ кейемендә барыуың уңайлы.
Иң тәүҙә өҫ кейемен сисергә, аяҡ кейемен - иң һуңғы.
Ғалимдар шулай уҡ алдан тәнгә майлы крем һөртөргә, бер аш ҡалағы балыҡ майын эсергә кәңәш итә.
Һыу инеп сыҡҡандан һуң таҫтамал менән яҡшылап һөртөнөп тиҙ генә кейенергә һәм эҫе сәй эсергә кәрәк.
Сыныҡҡан кешеләргә генә ҡышын һыу инеүҙең ҡурҡынысы юҡ.
Ә кемдең бронхо-үпкә, йөрәк, ҡан баҫымы менән проблемалар бар, улар өсөн был үтә хәүефле.
Әйтәйек, ҡан баҫымы юғары булһа, боҙло һыуҙа кешегә микроинсульт янай, ә түбән ҡан баҫымы менән яфаланғандар тартышып, иҫен юғалтыуы ихтимал.
Мәкелә һыу инергә йыйынғанда балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Мәкегә күмәкләп сумырға, иҫерткес эсемлектәр эсергә, боҙ өҫтөнән транспортта йөрөргә тыйыла.
Фото: Интернеттан.