Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Болотло
Новости
15 Ғинуар 2020, 13:15
Ике миллион һумлыҡ алиментты түләткәндәр
Ир ике улына ла алимент түләүҙән байтаҡ ваҡыт ҡасып йөрөгән. Суд ҡарары нигеҙендә балаларына килеменең дүрттән бер өлөшөн түләргә тейешле атай матди ярҙам күрһәтеү тураһында уйлап та ҡарамай.
Суд приставтары уның аҡса иҫәбенә арест һала, сит илгә сығыуын сикләй. Алимент түләмәгәне өсөн ул административ яуаплылыҡҡа ла тарттырыла, 14 тәүлеккә арестҡа алына. Әммә аҙаҡ та ул суд ҡарарын үтәргә теләмәй. Шулай итеп, бурыс 4 миллион һумға етә.
Өфөлө эҙен бөтөнләй юғалта. Уның Мәскәүҙә йәшәүе асыҡланғас, “Газпром”дың ете мең дана акцияһы алыуын белгәс, суд приставтары ҡиммәтле ҡағыҙҙарға арест һала һәм уларҙы һатырға мәжбүр итә. Ике миллион һум аҡса ирҙең улдары иҫәбенә күсереләсәк.
Фото: Zen.yandex.ru
.
Автор: Дина Арсланова.https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/Ike-million-umli-alimentti-t-l-tk-nd-r-74787/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"