Новости
15 Ғинуар 2020, 12:50

Өфөлә йорт шартланы

Бөгөн иртән баш ҡаланың Пекин урамында урынлашҡан йортта шартлау яңғыраны. Һөҙөмтәлә ошо урамдағы 16-сы йорттоң бер яҡ стенаһы һәм түбәһе емерелде. Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Урынға шунда уҡ ҡотҡарыусылар юллана. Көнкүреш газы шартлауы сәбәпле икенсе ҡатта түбә емерелеп төшөүө асыҡлана. Шөкөр, шартлауҙан һуң янғын теркәлмәй.
Хәүефле йорттан 35 кеше эвакуациялана, уларҙың бишәүһе балалар. Уларға 65-се татар гимназияһы бинаһына урынлаштырырға тәҡдим иткәндәр, тик улар баш тартҡан.
Эвакуацияланған 12 кешене Октябрь проспекты, 20-се йорттағы ваҡытлыса тотоу пунктына урынлаштырасаҡтар. Улар менән психологтар эшләй.
Урынға шунда уҡ биш бригада “ашығыс ярҙам” табиптары килә. Өс кеше дауаханала, уларҙың береһе бала. Кешеләрҙең береһенең хәле ауыр, икенсеһенеке уртаса ауырлыҡта.
Ваҡиға урынында Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин булып киткән. Был йорттоң артабанғы яҙмышын белгестәр хәл итәсәк. Әле улар эш башлаған, аҙаҡ ҡарар ҡабул ителәсәк.
Әлеге ваҡытта урында эштәр дауам итә. Конструкцияларҙы һүтәләр. Шәхси составтан 70 кеше һәм 17 берәмек техника эшләй.
Хәл идаралыҡтың даими контроле аҫтында. Унда Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы Марат Латипов килгән.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте.
Автор: Альфия Мингалиева.https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/f-l-yort-shartlani-76186/
Читайте нас