“Башинформ” мәғлүмәт агентлығынан хәбәр итеүҙәренсә, байрам айҡанлы Өфөнөң һәр районында мәкеләр әҙерләнә. Йәмғеһе ете купель асыла:
– Дим районының Кустарев күлендә;
– Калинин районының Князев ауылы янындағы Ҡариҙел йылғаһында;
– Киров районындағы “Йәшлек” бассейны эргәһендә Ағиҙел йылғаһында;
– Ленин районының Нижегородка биҫтәһендә Ағиҙел йылғаһында;
– Октябрь районының Сипайлово биҫтәһендә Ҡариҙел йылғаһында “Ҡояшлы яр” пляжында;
– Орджоникидзе районындағы “Биатлон” комплексы янында Ағиҙел йылғаһында;
– Совет районының Иван Якутов исемендәге паркындағы “Һалдат” күлендә.
Һыуға сумған осорҙа мәкеләр янында ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре, ҡотҡарыусылар, полиция, ҡаланың Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге вәкилдәре дежурҙа торасаҡ. Купелдәр баҫҡыстар, яндауырҙар менән йыһазландырыла. Бынан тыш, кейемде алмаштырыу өсөн йылы палаткалар, ялан кухняһы, ҡайнар сәй һатыу нөктәләре асыла.
Мәкегә сумыр алдынан мотлаҡ табипҡа күренергә кәңәш ителә. Һаулығы ҡаҡшаған кешеләргә һалҡын һыуға төшөү, бындай урындарҙа балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырыу, боҙҙан тороп һыуға һикереү, күмәкләп боҙ өҫтөнә сығыу, иҫерткес эсемлектәр эсеү, мәке янына машина менән килеү тыйыла.