Новости
15 Ғинуар 2020, 12:36

Эшҡыуарҙы атып үлтергәндәр...

Башҡортостан Республикаһы суды ҡарары менән Татарстандың 63 йәшлек кешеһе кеше үлтереүҙә һәм законһыҙ рәүештә ҡорал һаҡлауҙа ғәйепләнә.

Ә хәл былай була. 2019 йылдың көҙөндә Туймазы районында йылға ярында Свердловск өлкәһенән булған 49 йәшлек эшҡыуарҙың кәүҙәһен табалар. Полиция хеҙмәткәрҙәре эшҡыуарҙың атып үлтерелеүен асыҡлай.
Аҙаҡ асыҡланыуынса, күрше өлкә эшҡыуары Башҡортостанға эш сәфәре менән килә. Сәфәр тамамланғас, Татарстандан килгән бер эшҡыуарҙың машинаһында бергәләп ҡайтып китәләр. Хоҡуҡ һаҡсылары кеше үлтереүҙә ғәйепләнеүсенең йортонда тентеү үткәрәләр, бынан тыш уның офисында ла булалар. Эшҡыуарҙарҙың бергә ултырып сығып киткән машинанан тыш, башҡа енәйәт эҙе табылмай. Аҙаҡ ғәйепләнеүсенең ошондай уҡ маркалы тағы бер машинаһы булыуы асыҡлана, машиналарҙың бер-береһенән бөтөнләй айырылмауы билдәле була. Етмәһә, икенсе машина ғәйепләнеүсе исеменә теркәлмәгән, дәүләт номеры ла ялған булып сыға. Икенсе машинаны ғәйепләнеүсенең улы үҙендә йәшереп тота - полиция хеҙмәткәрҙәре машина салонында ҡан эҙҙәре, быяла ярсыҡтары таба.
Хоҡуҡ һаҡсыларының һөҙөмтәле эшләүе арҡаһында Татарстан кешеһенең Свердловск өлкәһе эшҡыуарын үлтереүе асыҡлана.
Баҡтиһәң, был көндө ике эшҡыуар араһында низағ килеп сыға, үлгән эшҡыуарҙың ғәйепләнеүсегә ҙур ғына күләмдә бурысы булыуы асыҡлана. Иң тәүҙә ғәйепләнеүсе ҡорбанына пистолет тотҡаһы менән бер нисә тапҡыр ҡаты ғына итеп һуға, ә аҙаҡ ҡыҙып китеп, өс тапҡыр ата. Ике пуля ҡорбандың башына эләгә. Ҡырын эшен башҡарғандан һуң эшҡыуар әшнәһен йылға буйына алып сыға һәм һыуға ырғыта.
Шуны ла билдәләргә кәрәк: судта ғәйепләнеүсе ғәйебен танымай. Суд ҡарары менән ул 10 йылға хөкөмгә тарттырыла. Бынан тыш, эшҡыуар бер миллион һум күләмендә компенсация ла түләйәсәк.
Автор: Самат Ғәлинhttps://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Esh-iuar-i-atip-lterg-nd-r-75571/
Читайте нас