Новости
15 Ғинуар 2020, 07:45

Дүртөйлөнән ялыуҙар...

"Дюртюлимелиоводстрой"ға власть нисектер тәьҫир итә аламы-юҡмы?! - тип көйөп яҙҙылар республика башлығының сәхифәһенә. - Төпкөл ауылдарҙан сүп-сарҙы сығарыу өсөн тариф 35 һум, тип ҡат-ҡат әйткәндәре бар. Ләкин ошо конторала эшләүселәр һаманғаса түләү ҡағыҙында тарифты 70 һум итеп күрһәтеп ебәрә, күрәләтә ҡарттарҙы бурысҡа батыра. Уларға күпме мөрәжәғәт итһәң дә, яуапламайҙар, ҡабаттан түләүҙәрҙе ҡарап иҫәпләмәйҙәр".

Социаль селтәрҙәрҙә халыҡтың мөрәжәғәте буйынса БР башлығы хакимиәте янындағы эш төркөмө хеҙмәткәре был хәлдең ҡайһы ауылда булыуын асыҡлап, setibashkortostan@gmail.com адресына яҙырға кәңәш итте. Был ялыу буйынса әлегә тикшереү бара.

Фото: Интернеттан.

Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/D-rt-yl-n-n-yaliu-ar-75553/
Читайте нас