Новости
15 Ғинуар 2020, 07:02

Бығаса Мәсекәй әбейҙәр парадын күргәнегеҙ бар инеме?!

Уны Ейәнсура районының Иҙәш ауылында үткәргәндәр!

Ауыл урамынан тиҫтәләрсә әкиәт әбейҙәре йырлап-бейеп үткәс, улар мәҙәниәт йорто янындағы майҙансыҡҡа йыйылды. Унда мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре күңелле байрам әҙерләгән ине. Мәсекәйҙәр спорт ярыштарында ла ихлас ҡатнашты, һепертке менән туп та һуҡты, килгән халыҡтың күңелен дә асты.

Яңылыҡ авторы: Гөлнур Ҡыуатова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/M-sek-y-bey-r-paradin-k-rg-n-yu-ine-74899/
Читайте нас