Новости
15 Ғинуар 2020, 15:50

Балтастарға күҙ теймәһен!

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Балтас районында ла булды.

Штанды ауылында ул балалар баҡсаһы менән берләштереп эшләнгән мәктәп төҙөлөшө менән танышты. Дөйөм майҙаны 3,8 мең квадрат метр тәшкил иткән бина 80 балаға иҫәпләнгән. Әле тышҡы эштәр тамамланған, төҙөүселәр эске биҙәү менән шөғөлләнә. “Геострой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Рөстәм Һажиев белдереүенсә, мәктәп тәүге уҡыусыларҙы 2020 йылдың декабрендә ҡабул итәсәк. Биләмәһен төҙөкләндереү эштәре иһә 2021 йылдың июлендә тамамланасаҡ. Мәктәп директоры Линиза Нуретдинова белдереүенсә, уҡытыу бер сменала ойоштороласаҡ. Башланғыс класс уҡыусылары айырым блокта уҡый, ә балалар баҡсаһына 20-шәр кешелек ике төркөм йөрөйәсәк.
Мәктәпте ҡарап сыҡҡас Радий Хәбиров урындағы халыҡ менән аралашты. Улар араһында Һәйтәк кирбес заводы эшселәре лә бар ине. Яңы йыл алдынан предприятие вәкилдәре Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт итеп, эш хаҡын бирмәүҙәре тураһында әйтеп, ярҙам һорағайны.
– Завод етәкселеге миңә мөрәжәғәт иткән өсөн һеҙҙе административ яуаплылыҡҡа тарттырырға тырышыуы аптыратты, – тине Радий Фәрит улы. – Был хәлде аҙағына тиклем тикшерәсәкбеҙ. Аҡсаның бер өлөшөн түләгәндәр, ҡалғанын да бирҙереүгә өлгәшәсәкбеҙ.
Төбәк башлығы белдереүенсә, республиканың Хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе Татьяна Астрелина был мәсьәләне шәхси контроленә алған.
Иҫке Балтас ауылында Башлыҡ “Балтас Сельэнерго” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә булды. Был предприятие райондың төп һалым түләүсеһе, оҙайлы тарихы һәм яҡты бөгөнгөһө бар, бай базаһы һәм юғары күрһәткестәре менән дан алған. Бөгөн бында 80 кеше эшләй, улар 1,5 мең километр электр тапшырыу линияһын, 434 трансформатор подстанцияһын хеҙмәтләндерә. Предприятиеның директорҙар советы рәйесе Марат Хәйруллин уның уңыштары, башҡарылған эштәр тураһында һөйләне.
Иҫке Балтас ауылында мәктәп менән проблема булыуы асыҡланды. 2000 йылда асылған 2-се мәктәптә 500 самаһы бала уҡый, ә бинаның проект ҡеүәте күпкә түбән. Радий Хәбиров мәктәпте ҡарап сыҡты һәм райондың Мәғариф бүлеге начальнигы Альбина Ғилметдинова менән аралашты. Асыҡланыуынса, киләһе йылдарҙа ауылда балалар һаны артасаҡ, ә мәктәп етмәй. Яңыһын төҙөү өсөн участок та бүленгән, тик әлегә проект-смета документы юҡ. Радий Фәрит улы проблеманы өйрәнермен тине.
Шулай уҡ төбәк башлығы “Аҡбар” ауыл хужалығы кооперативында булды. Бында һөт, кефир, ряженка етәштерәләр. Былтыр улар 18 миллион һумлыҡ грант отҡан. Предприятиела 15 кеше хеҙмәт итә, киләсәктә алдарына һөт эшкәртеү тәрәнлеген арттырыу һәм ассортименты төрләндереү пландары ҡуйылған. Эшҡыуарҙар Радий Хәбировҡа республикала бизнесҡа күрһәтелгән ярҙамы өсөн рәхмәт әйтте.
“Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Башлығы спорт һәм тренажер залдарын, хоккей майҙанын һәм бассейнды ҡараны. Былтыр бында 19 мең кеше килеп шөғөлләнгән. Көрәшселәре иһә район ғына түгел республика кимәлендә лә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә.
Шулай уҡ Радий Фәрит улы үҙәк район дауаханаһының поликлиникаһында булды. Дауахананың баш табибы Айҙар Хаматов белдереүенсә, клиника персонал менән тулыһынса тиерлек комплектланған, ике тар белгес кенә етмәй.
Районда 39 ФАП эшләй. Фельдшерҙар етмәй, тик йәш белгестәр килә башлаған. Бында “Ауыл фельдшеры” программаһы ыңғай роль уйнай.
Сәфәр һуңында Радий Хәбиров Балтас районы хакимиәте башлығы Илгиз Субушев менән “Башлыҡ сәғәте” үткәрҙе, улар райондың киләсәктә үҫеш юлдарын ҡараны.
– Сәфәр ҡыҫҡа булһа ла, мин күпте күреп өлгөрҙөм. Медицина өсөн рәхмәт, үҙ көстәрегеҙ менән иҡтисади проблемаларҙы хәл итергә тырышыуығыҙ маҡтауға лайыҡ, беҙ бында ярҙам итәсәкбеҙ. Кешеләр менән осрашырға, аралашырға, мөмкин булғанса ярҙам итергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров.
Илгиз Субушев белдереүенсә, райондың иҡтисади күрһәткестәре һәйбәт, финанс йылы бурыстарһыҙ ябылған. Мөһим проблемаларҙан юл тора: 740 километр юлдың 20 проценты ғына асфальт менән ҡапланған.
– Башлыҡ эшләй, кешеләр менән осраша, был мөһим, – тип сәфәренә йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. – Медицина хәле бик ыңғай тойғолар ҡалдырҙы. Кадрҙар менән тотороҡло хәлде тәүге районда күрәм шикелле. Тағы бер мәктәп кәрәк тип һөйләштек. Ауыл хужалығы предприятиеларына ла ярҙам буласаҡ.
фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Автор: Альфия Мингалиеваhttps://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/Baltastar-a-k--teym-en-76718/
Читайте нас