Новости
15 Ғинуар 2020, 13:09

Бүре балаһын бүреккә һалһаң да...

Уның яҙмышы - әсе һабаҡ. Өфөлә йәшәгән Әнүәр исемле ир ғүмерлеккә хөкөмгә тарттырылып, был язанан азат ителгән тәүге енәйәтсе. Ул ҡот осҡос ҡурҡыныс “Поляр өкөһө” төрмәһендә 36 (!) йыл ултырғандан һуң иреккә сыға.

Башҡаса бер ваҡытта ла бындай тотҡонлоҡҡа әйләнеп ҡайтмау тураһында хыяллана. Өр-яңы биттән башламаҡсы була ғүмерен. Әммә төрмә тормошо уны аҡылға ултыртмай, ғәҙәткә ингән ҡылыҡ һаман да дауам итә. Үҙенең иптәшен эскәндә балта менән сабып, тураҡлап үлтергәне өсөн дүрт тиҫтәгә яҡын ғүмерен рәшәткә артында үткәрергә тура килһә лә, иреккә сығып та, кешесә йәшәй алмай.
Тәүге осорҙа ҡуртымға фатир алып, төҫлө металдар ҡабул итеү пунктына эшкә урынлашып, тормошон көйләргә тырышып ҡарай. Әммә тағы эскелек, шешәләштәр аңды томалай. 2018 йылдың ноябрендә фатир хужабикәһенең ире менән низағҡа инеп, уны сәнсеп үлтерә. Хәҙер Әнүәр Мәсәлимовҡа йәнә ҡаты режимдағы колонияла биш йыл ғүмерен үткәрергә тура киләсәк.
“Донъя менән үсекләшеп йәшәргә ынтылған бер йәмһеҙ ғүмер күпме һәйбәт кеше тормошоноң матурлығын имгәтә” тигән яҙыусы һүҙҙәренең хаҡлылығына тағы бер инанаһың.
Фото: kp.ufa Автор: Дина Арсланова.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/B-re-bala-in-b-rekk--al-a-da-71349/
Читайте нас