Новости
15 Ғинуар 2020, 07:01

Бәхил бул, шағир...

Күмертау яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе Кинйәғәли Абдуллин вафат булған.

Бер нисә шиғри йыйынтыҡ авторы, Яҙыусылар союзы ағзаһы Кинйәғәли Абдуллин 1941 йылда Көйөргәҙе районының Яҡуп ауылында тыуа. Агроном һөнәрен һайлаһа ла, ижадҡа тартылған күңеле уны тәүҙә журналистикаға, аҙаҡ әҙәбиәткә алып килә. Оҙаҡ йылдар дауамында Күмертау яҙыусылар ойошмаһы етәкләне.

Туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...

Яңылыҡ авторы: Гөлнур Ҡыуатова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/B-hil-bul-sha-ir-74857/
Читайте нас