

Кискә ҡарай Шишмә районында, Арыҫлан-Шишмә-Ҡырғыҙ-Миәкә автоюлының 38-се саҡрымында, Өфөнән 35 йәшлек ҡатын "Kia Venga" машинаһында юлдан осоп түңкәрелгән.
Аварияла ауыр йәрәхәттәр алған 12 йәшлек ҡыҙы медучреждениеға алып китеп барғанда йән биргән.
Икенсе балаҡай - ун йәшлек ҡыҙ - дауаханала.
Һәләк булған ҡыҙ алғы урында ултырған, ә бәләкәсе - артта...
Кисен Өфө районында, Өфө-Ырымбур автоюлының 26-сы саҡрымында, 33 йәшлек ир "Peugeot" автобусында баш ҡалаға китеп барған саҡта йәйәүлене тапай. Ҡарамаҡҡа 35-40 йәштәр самаһындағы ҡатын "Тиҙ ярҙам" килгәнгә тиклем вафат була.
Тәүлек эсендә 36 иҫерек водитель тотола.
Юлда һәләк булғандарҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...
Фото: Д.З.Ғилметдинов.