Новости
14 Января 2020, 12:43

Ҡылығы өсөн 44 мең һум түләгән

Өфө стоматология поликлиникаһы пациенты табипты туҡмағаны өсөн ғәфү үтенгән һәм 44 мең һум аҡса түләргә мәжбүр булған. Был хаҡта һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рескомы хәбәр итә.

Был ғәжәп ваҡиға былтыр август айында булғайны. Теш табибына килгән ир сиратһыҙ ҡабул итеүҙе талап итә. Талон алырға ҡушҡас, теркәүселәрҙе әрләй, кәмһетә башлай. Аҙаҡ стоматолог кабинетына инә. Табип уға ҡамасауламаҫҡа ҡуша, сөнки креслола ултырған пациенттың тешен һурырға әҙерләнгән була. Ярһыған ир табиптың яңағына һалып ебәрә. Тегенеһе иҫен юғалтып, креслолағы ҡатын өҫтөнә йығыла.
“Ярай әле, ҡулда инструмент юҡ ине, пациентты яралауым бик мөмкин ине”, - ти стоматолог. Профсоюз юристары енәйәт эшен ахырынаса еткерә. Ғәйеплегә ғәфү үтенеүҙән башҡа сара ҡалмай, өҫтәүенә сәләмәтлеккә килтерелгән зыян өсөн 44 мең һум аҡса түләргә тура килә.
Фото:Yandex.ru
Автор: Дина Арсланова.https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/ili-i-s-n-44-me--um-t-l-g-n-74353/
Читайте нас