Новости
14 Ғинуар 2020, 12:56

Яңы йыл байрамын нисек үткәрҙек?

Ниһайәт, тип әйтәйекме, Яңы йыл һәм Раштыуа каникулдары үтеп китте. Нисек булды быйылғы ялдар? Күп кешене юғалттыҡмы? Һандар был турала нимә һөйләй?

Был һорауҙарға яуап эҙләргә тырышыуыбыҙ бушҡа түгел, сөнки йыл һайын оҙайлы ялдар етһә, кешеләр яна, бата, ағыулана, үлтерешә, ҡы­рыла... Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров декабрь аҙағында уҡ был ҡурҡыныс статистиканы кәметеү, мөм­кин тиклем күберәк кешене ҡотҡарыу, иҫкәртеү бурысын ҡуйғайны. Үтәлдеме ул? Шөкөр, үтәлде. Бөтә күрһәткестәр буйынса ла һандар былтырғы менән сағыштырғанда яҡшыраҡ.

Шулай итеп, 1 ғинуарҙан 9 ғинуарға тиклем Башҡортостанда 150 янғын осрағы теркәлгән. Былтырғы менән са­ғыштырғанда 19 процентҡа кәмегән. Уларҙа биш кеше һәләк булған (былтыр ошо уҡ ваҡыт эсендә 20 кешене юғалт­ҡанбыҙ). Янғындарҙа йәрәхәтләнгәндәр һаны ла күҙгә күренеп кәмегән: быйыл ике, былтыр – 9 кеше. Шуныһы ҡыуа­ныслы, янып һәләк булғандар һәм йә­рәхәтләнгәндәр араһында балалар юҡ.

Күренеүенсә, хәл контролгә алынған. Әлбиттә, был тынысланырға мөмкин тигәнде аңлатмай. Артабан да янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайламалар ҡуйыу, социаль яҡтан хәүефле һәм аҙ яҡланған граждандар араһында аңлатыу эштәре алып барыу көнүҙәклеген юғалтмай. Бында һәр район етәкселеге һәм яуаплы орган артабан да маҡсатлы рәүештә иҫкәртеү сараларын ойошторорға тейеш.

Байрам осоронда һыу объекттарында үлгән кешеләр булмаған. Тик был йәһәттән алда ҙур эш көтә. Был аҙнала республиканың һыу объекттарында юғары әҙерлек режимы индерелә. Сара Крещение байрамына әҙерлек сиктәрендә башҡарыла. Байрам 19 ғинуарҙа үтәсәк. Башҡортостан Башлығы район хакимиәттәре баш­лыҡтарына һыу инә торған мәкеләрҙе хәүефһеҙ итеп әҙерләргә һәм байрамды бәлә-ҡазаһыҙ үткәрергә ҡушты.

Алкоголгә килгәндә, бында һандар түбәндәгесә. 2020 йылдың тәүге һигеҙ көнөндә 279 кеше “алкоголь менән ағыуланыу” диагнозы менән дауаханаға оҙатылған. Был былтырғы менән сағыштырғанда 21 осраҡҡа кәмерәк. Ғөмүмән, республикала эскелеккә һәм суррогат алкоголгә ҡаршы көрәш былтыр уҡ иғлан ителгәйне. Республика райондарында рейдтар үткәрелде, ялған араҡы тартып алынды һәм юҡҡа сығарылды. Ә иң мөһиме, был башланғысты тәү сиратта халыҡ үҙе хуплап, күтәреп сыҡты. Һәр районда һәм ауылда эскелеккә ҡаршы көрәш иғлан ителде. Бынан тыш, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары һабантуйҙарҙа, Белем көнө һәм башҡа ҡайһы бер байрам көндәрендә республикала алкоголь һатыуҙы бөтөнләй тыйған закон ҡабул итте. Йыл аҙағында иһә Яңы йыл каникулдары көндәрендә лә иҫерткес эсемлектәр менән сауҙа итеүҙә бер ни тиклем сикләүҙәр индерелде. Комплекслы эштең һөҙөмтәһе – былтыр алкоголь суррогаты менән ағыуланып үлгәндәр һаны 70 процентҡа кәмене. Әлеге йүнәлештә эш артабан да дауам итә. Мәҫәлән, Башҡорт­останда “Стоп, суррогат” тип аталған көрәш кампанияһы башланыуы тураһында күптәр белә. Ял көндәрендә генә суррогат менән сауҙа иткән меңдән ашыу һатыусы тураһында мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Бөтәһе 250 рейд яһалған.

“Беҙ хәбәрҙәре ысынға сыҡҡан кешеләргә аҡса түләй башланыҡ. Был проектты башлап ҡына торған саҡта уға скептик ҡарашта булғандар бик күп ине. Йәнәһе, алкоголде еңеп булмай, имеш, ул халыҡтың әллә ҡасандан килгән йолаһы. Әммә, баҡһаң, кешегә альтернатива тәҡдим итһәң, барыһы ла үҙгәрә икән”, – тип яҙҙы был турала Башҡортостан Башлығы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Кисә Башҡортостан Хөкүмәтендә булған оператив кәңәшмәлә лә Яңы йыл каникулдарына йомғаҡ яһалды. Бар отчеттарҙы тыңлағас, Радий Хәбиров дөйөм алғанда һөҙөмтәләрҙе ыңғай баһаланы. Уның фекеренсә, бында ял көндәрендә алкоголь һатыуҙы тыйып алыу ыңғай һөҙөмтәгә килтергән.

– Дөйөм алғанда ыңғай баһаларға була. Янғындар һәм унда һәләк булғандар һаны буйынса һөҙөмтә һәйбәт, юл-транспорт һәләкәттәре лә кәмегән. Быны ваҡытлыса алкоголь һатыуҙы тыйыуҙың һөҙөмтәһе тип ҡабул итәм. Дөрөҫ юлдан барабыҙмы, юҡмы – тормош баһа бирер. Кем бер нәмә лә эшләмәй, шул ғына хаталанмай. Тик беҙ был эште артабан да дауам итәсәкбеҙ, – тине ул.

Шуныһы мөһим: республикала ҡайһылыр көндәрҙә алкоголь һатыу тыйылды, ҡайһыныһындалыр сикләнде лә эш шуның менән бөттө түгел. Халыҡҡа байрам көндәрен үткәреүҙең альтернатив ысулы тәҡдим ителде. Республикала бик күп ҡыҙыҡлы ғаилә, мәҙәни һәм спорт саралары ойошторолдо. Уларҙа балалар ҙа, ата-әсәләре лә ҡатнаша алды. Төбәк Башлығы ҡуйған маҡсат кешеләрҙе табын артынан урамға, тәбиғәткә сығарыу ине һәм быға өлгәшелде. Хөкүмәттә хәбәр итеүҙәренсә, был сараларҙа 320 мең самаһы кеше ҡатнашҡан.

Мәктәптәрҙә үткән сараларҙа балалар менән бергә ата-әсәләр ҙә ҡатнашты. Урам хоккейы, быйма менән хоккей, сана шыуыу, саңғыла йөрөү, урам байрамдары, йылы аш ойоштороу – был сараларҙың бөтәһе лә халыҡҡа бик оҡшаны. Бер кемде лә көсләп сығарманылар, кешеләр унда үҙҙәре теләп ҡатнашты. Аҙаҡ бик ҡәнәғәт булыуҙарын, артабан да ошондай уйындарҙа ҡатнашырға теләк белдереүен әйттеләр.

Был Яңы йыл каникулдары уйындары республикала артабан да дауам итәсәк тип планлаштырыла.
Тормош булғас төрлө хәлдәр була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республика етәкселеге һәм властар нимә генә эшләһә лә, үҙебеҙҙең хәүефһеҙлек тураһында тәү сиратта үҙебеҙ ҡайғыртырға тейешбеҙ. Байрамдар ҙа, көндәлек тормошобоҙ ҙа имен үтһен!

Марат ЛАТИПОВ,
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы:
– Быйыл Яңы йыл байрамдары осоронда янғындан биш кеше һәләк булды. Былтырғы менән сағыш­тыр­ғанда дүрт тапҡырға кәмерәк. Шул уҡ ваҡытта элек һәләк бул­ғандарҙың күбеһе иҫерек булһа, быйыл бер кеше генә эскән булған. Был да яҡшы күрһәткес тип иҫәпләйем.

Ҡотҡарыусылар байрам көндә­рендә юғары әҙерлек режимында эшләне. Уларҙың ҡабул ителгән саралары һөҙөмтәһендә балаларҙың яңы йыл шыршылары үткәрелгән урындарҙа янғын һәм башҡа штаттан тыш хәлдәр теркәлмәне.

Ирек РӘХМӘТУЛЛИН,
Салауат ҡалаһы:
– Быйыл беҙҙең ҡалала бик күп Яңы йыл байрамдары ойошторолдо. Балалар мәктәпкә барып ундағы сараларҙа ҡатнашты. Беҙ ғаиләбеҙ менән бергә барып, волейбол уйнап ҡайттыҡ. Ауылға ҡайта алманыҡ, ҡышҡы спорт менән шөғөлләнеп булманы тип ҡайғырып ҡына ятҡанда, бер көндө ихатабыҙҙа ҙур байрам үткәрҙеләр. Миңә һәм улыма иң нығы быйма менән хоккей уйнауы оҡшаны. Бәләкәй саҡтар иҫкә төшөп китте. Ҡатыным менән ҡыҙыма урамда ойошторолған ялан кухняһы оҡшаған. Йыр-моң яңғырап торҙо, уйындар үткәрелде. Элек былай итеп ял иткәнде хәтер­ләмәйем. Каникулдың һуңғы көндә­рендә ялҡып бөтә инек бит.


Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/ya-y-yyl-bayramyn-nisek-tk-r-ek-/
Читайте нас