Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
14 Ғинуар 2020, 13:08
"Тормоштоң һәр минутын яратығыҙ!"
Бөтә республиканы шаҡ ҡатырған Учалы фажиғәһенә бер йыл тулды.
Эсеп аҡылынан яҙған ирҙең өс кешенең ғүмерен өҙөүен барыһы ла хәтерләйҙер.
Бөгөн һәләк булғандарҙың рухына аяттар бағышланды. Фажиғәлә яраланған Зариф Хилажев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә, уға ауыр саҡта ярҙам иткән, һәр саҡ янында булған яҡындарына, дуҫтарына, битараф булмағандарға рәхмәт һүҙҙәре еткерә.
“Туғандарығыҙҙы, һөйгәндәрегеҙҙе улар иҫән саҡта ҡәҙерләгеҙ. Сөнки күҙ асып йомған арала бөтә нәмәнең тамырынан үҙгәреүе мөмкин. Тормоштоң һәр минутын яратығыҙ, маҡсаттар ҡуйып алға ынтылығыҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ”, тип яҙа ул.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡурҡыныс фажиғәлә алты бәлиғ булмаған етем ҡалды.
Зариф һәм уның балалары ата-әсәләре менән бергә йәшәй. Наҙгөл 2-се класта уҡый, Йәнгиргә - 4 йәш. Ибраһимовтарҙың етем ҡалған ике балаһы өләсәләре менән ҡалала йәшәй. Рөстәмгә – 8, Ритаға 6 йәш.
Мәғлүм булыуынса, полиция майоры Рәфис Нурмөхәмәтов үлгәндән һуң Батырлыҡ орденына лайыҡ булды. Награданы Эске эштәр хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылышта республиканың эске эштәр министры, полицияның генерал-лейтенанты Роман Деев уның студент ҡыҙы Ләйсән Нурмөхәмәтоваға тапшырҙы.
Нурмөхәмәтовтарҙың икенсе ҡыҙҙары Айлина - сығарылыш класс уҡыусыһы, улдары Искәндәр балалар баҡсаһына йөрөй.
Ғаиләләрҙең барыһына ла сабырлыҡ, түҙемлек, киләсәктәренең яҡты булыуын теләйбеҙ.
Фотолар Зариф Хилажевтың сәхифәһенән.
Автор: Римма Султанова.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Tormoshto--r-minutin-yarati-i-73461/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"