Грантҡа конкурста беҙҙең райондан өс йәш уҡытыусы ҡатнашты. Шуныһы һөйөнөслө, ҡатнашыусыларҙың береһе - Первомайский урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Резеда Рәйес ҡыҙы Йосопова еңеү яуланы һәм 600 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә булды. Уны кисә, оператив кәңәшмәлә Резеда Йосоповаға район хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов (һүрәттә) тапшырҙы.
Ҙур булмаған эш стажына ҡарамаҫтан, Резеда Рәйес ҡыҙы үҙенең, шулай уҡ райондың башҡа мәктәптәрендә эшләгән коллегаларынан ыңғай тәжрибә үҙләштереп өлгөргән. Ул башланғыс кластарҙа уҡытыу методикаһын һәм заманса белем биреү технологияларын яҡшы белә, үҙ эшенә яуаплы ҡарай, бер нисә йыл дауамында балаларҙа үҙенсәлекле уҡыу эшмәкәрлеге булдырыу һәм белем, оҫталыҡтарҙы үҙ аллы үҙләштереү һәләтен үҫтереү проблемаһы өҫтөндә эшләй.
Эштә балаларҙы үҫтереүсе заданиелар, уҡыусыларҙың фекер йөрөтөү эшмәкәрлеген әүҙемләштереүҙең төрлө ысулдары: проблемалы хәлдәр, төрлө ауырлыҡ кимәлендә индивидуаль эш өсөн карточка-заданиелар ҡуллана, быларҙың барыһы ла дәресте уҡытыусы һәм уҡыусы араһында эшлекле хеҙмәттәшлеккә, яңы асыштар өсөн мауыҡтырғыс ижади эҙләнеүҙәргә әүерелдерә. Ул балаларҙы фекер йөрөтөргә, анализларға, дөйөмләштерергә, бәхәсләшергә, дәлилләргә, үҙ фекереңде аргументтар менән яҡларға өйрәтә.
Резеда Рәйес ҡыҙы - һәр баланың шәхесен ихтирам иткән ижади уҡытыусы. Ул үҙенә ҡарата талапсан, башҡарыусан, ошондай сифаттарҙы уҡыусыларында ла тәрбиәләй. Уҡытыу ысулын, уҡыусыларҙың шәхси үҙенсәлектәрен яҡшы белеү, юғары кваликацияға эйә булыу арҡаһында ул юғары һөҙөмтәләргә иреште. Мәҫәлән, башланғыс кластар уҡытыусылары өсөн район семинарында ул һәйбәт дәрестәр күрһәтте. Был йәш уҡытыусының потенциалы тураһында һөйләй. Уның бәләкәй класс уҡыусылары араһында фәнни-практик конференцияларҙа һәм конкурстарҙа еңеүселәре лә бар. Ике миҫал ғына килтерәм: Нәргизә Халиҡова - "Крит" конкурсының муниципаль этабы призеры, ә Вилдан Йосопов "Фәнгә бер аҙым" республика фәнни-практик конференцияһында беренсе урын яуланы. Йыл һайын уның уҡыусылары төрлө төбәк-ара ситтән тороп үткәрелгән конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Уҡытыусы бер ваҡытта ла бер урынында тормай. Даими семинарҙар, конференциялар, кәңәшмәләр, форумдарҙа даими ҡатнашыу уның эш практикаһына ингән.
Коллегалар, ата-әсәләр Резеда Рәйес ҡыҙын тик яҡшы яҡтан баһалай, балалар уны ярата. Һәм был ғәжәйеп түгелдер, моғайын, сөнки ул уҡытыусы ғаиләһендә үҫә, үрнәк алыр кешеһе була. Конкурста еңеүен ул мәрхүм булған әсәһе Рәйфә Вәли ҡыҙы Ғәлиеваға бағышланы, ул Ибраҡай ауылында 35 йылдан ашыу башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләне. Беҙҙең хәтерҙә ул яуаплы, тыныс һәм изгелекле уҡытыусы булып ҡаласаҡ. Уның ағаһы Ринат Рәйес улы - тарих уҡытыусыһы, әле Стәрлебаш коррекция мәктәбе тәрбиәсеһе, апаһы Рәйлә Рәйес ҡыҙы - Стәрлетамаҡ ҡалаһының 11 һанлы урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
"Мәғариф" милли проекты даирәһендә грантҡа конкурста ҡатнашыу һәм еңеү уның беренсе ҙур еңеүе. Финанс ярҙам уға юғары еңеүҙәр килтерер, проекттарына тормошҡа ашырға ярҙам итер тип ышанабыҙ.
***
Башҡортостан Республикаһында ауыл ерендә эшләгән йәш уҡытыусыларға грант алыуға конкурс дауам итә, һәм 2020 йылдың 1 ғинуарынан уға үҙгәрештәр индерелде. 150 йәш уҡытыусы грант эйәһе була ала, уларҙың һәр ҡайһыһы 690 мең һум аласаҡ. Алға, йәштәр, барыһы ла һеҙҙең ҡулда!
Раушания РЫСАЕВА, мәғариф бүлегенең методик кабинеты мөдире.